+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
14 Февраль 2020, 12:36

Хаттар яҙҙым...

Хат һүҙенең мәғәнәһе...

Хаттар яҙҙым ултырып, аҡ ҡағыҙҙы тултырып ...
Башҡорт теле аңлатмалы һүҙлегендә хат һүҙенең мәғәнәһе ошолай бирелгән. Хат – хәбәр алышыу йәки хәл белешеү өсөн кемгәлер тәғәйенләп яҙылған ҡағыҙ.Эйе, элек кешеләр хат аша хәбәрләшеп торғандар.
Хаттарҙың төрлөһө була: асыҡ хат, ябыҡ хат, рәсми хат, һалдат хаты, баһалы хат, заказлы хат... Шулай бер көндө беҙ, Мәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары, Ватан алдында хәрби бурыстарын үтәгән егеттәргә, йәғни ағайҙарыбыҙға: Кәипов Бәхтиәр Таһир улына, Рәсембәтов Айгиз Алик улына, Ғәбитов Илгизәр Әхтәм улына, Түләшев Салауат Сәйфитдин улына хат яҙҙыҡ. Мәктәптә хәрби-патриотик айлыҡта үткәрелгән саралар , мәктәп тормошондағы яңылыҡтар, ауыл хәлдәре тураһында белгерттек. Ағайҙарыбыҙ ауыл сәләмдәрен алып ҡыуанырҙар тип уйлайбыҙ. Беҙҙең мәктәптә һалдаттарға хат яҙыу йолаһы бар. Һалдаттар яуап хаты яҙғас, уларҙың һорауы буйынса концерт та ҡуйыла.
Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙер хат яҙышмайбыҙ, телефон аша ғына аралашабыҙ. Бына 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө лә етеп килә. Барлыҡ атайҙарҙы , егеттәрҙе, малайҙарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ. Хеҙмәт иткән ағайҙарыбыҙҙың тыуған ауылыбыҙға иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Хәйбулла районы Мәмбәт урта мәктәбенең 7-се, 8-се синыф ҡыҙҙары.
Читайте нас: