+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Февраль 2020, 13:21

Мәңгелек хәтер менән тереләр

Болондарҙы күмеп майҙың Нәфис гөлөнә, Еңеү көнө яҡынлаша Тыуған илемә!

Тыныс тормош өсөн аяуһыҙ көрәшкән яҡташтарыбыҙ,Советтар Союзы геройыҙары иҫтәлегенә "Мәңгелек хәтер менән тереләр"тип аталған батырлыҡ сәғәтендә, Белорет башҡорт лицей-интернатының 3-сө синыф уҡыусылары ҡатнашты. Был иҫтәлекле дата хөрмәтенә илебеҙҙә Дан һәм Хәтер йылы хөрмәтенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығына арналды.
Бөйөк шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың "Еңеү" көнө шиғыры менән башлап ебәрҙек сарабыҙҙы.
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө яҡынлаша
Тыуған илемә!
Тик Еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә,
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
Бөйөк Ватан һуғышы көндәре йылдар үткән һайын беҙҙән алыҫлаша. Ләкин халҡыбыҙҙың фашизм минән тиңһеҙ көрөштәге батырлыҡтары көндән-көн яҡтыраҡ сағыла. Һуғыш яланында бихисап батырлыҡтар күрһәтеп, иң юғары баһаға- Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыусы, тыуған төйәген данға күмеүсе ун дүрт Белорет ҡаһарманы ла бар. Ф.Бикбулатовтың "Торналар" йыры батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә арналды. Бына улар: Ш.Я.Ямалетдинов, З.Т.Үтәғолов, И.В.Оглобин,И.С.Сухов,П.В.Кудимов,А.В.Пашкевич,А.Г.Серебренников, Ф.И.БЕЛОВ, Е.И.Губин, С.П.Полуэктов,П.Ф.Алексеев,В.И.Артамонов, С.А.Пугаев,Тулы Дан кавалер орденына, И.И.Масьянов һәм Рәсәй геройына лайыҡ булыусы- П.Д.Плотников. Батырҙарыбыҙ тураһында тулы мәғлүмәт яҡты презентациялар менән яҡтыртылып барҙы.
Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыусы Ф.И.Беловтың тыуыуына 100 йыл һәм С.А.Пугаевҡа-110 йыл тулыу айҡанлы, ҡыйыу батырлыҡтары, биографик белешмәләре тураһында һөйләп үттек.
Улар яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ленин, Икенсе дәрәжәләге Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән наградлана. Яуҙа ҡорбан булған һәм һуғыштан һуң тыуған ерендә ауыр яраларҙан вафат булған оло яҡташтарыбыҙҙың рухын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. "Мәңгелек хәтер менән тереләр" исемле күргәҙмәлә урын алған китаптарға туҡталып киттек.Уҡыусылар үҙҙәренең ветеран ололтайҙары тураһында уй-фекрҙәре менән бүлеште.
"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай" тигән ҡанатлы һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын бер ҡасан да онотмайыҡ.
-Ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын. Беҙ, яуҙа ҡатнашҡан олатай-өләсәйҙәребеҙ – Һуғыш, Тыл, Хеҙмәт ветерандары менән ғорурланып йәшәйбеҙ.Тыуған илебеҙҙе яратып, кешелекле, кеселекле булып үҫергә тейешбеҙ, - тип сараны "Башҡорттар китте һуғышҡа" йыры менән тамамланыҡ.
Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһының китапханасыһы Зилә ТЕЛӘМБӘТОВА.
Читайте нас: