+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
22 Февраль 2020, 15:16

Улар- изгелек өлгөһө

Ауылда минең олатайым менән өләсәйемдең ғаиләһе абруйлы ғаиләләрҙән һанала. Уларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ауыр саҡтарҙа бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә 68 йыл тулды.

«Һиңә таш менән бәрһәләр, һин аш менән бәр!» - тип әйтә һәр саҡ миңә өләсәйем. “Яҡшылыҡ эшлә лә, һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер,” - тип өҫтәп ҡуя олатайым. Улар икәүләп үҙҙәренең балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен тик яҡшылыҡҡа, бөтә кешеләргә һәм тирә-яҡ тәбиғәткә изгелек эшләргә өндәйҙәр. Әбйәлил районының Үтәгән ауылында йәшәүсе олатайым Сабирйән һәм өләсәйем Өмөкамал Ғиниәтовтарҙың тормош юлы һоҡланырлыҡ та, ғорурланырлыҡ та, ә үҙҙәре минең өсөн юғары әхлаҡ өлгөһө,үрнәк булып тора. Улар хоҙай биргән һәр көнгә ҡыуанып йәшәй беләләр. Йөҙҙәренән күңел тыныслығы һәм йомартлылыҡ һибелә.
Ауылда минең олатайым менән өләсәйемдең ғаиләһе абруйлы ғаиләләрҙән һанала. Уларҙың бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ауыр саҡтарҙа бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә 68 йыл тулды.
Олатайым Сабирйән Ғиниәтов 1930 йылдың 9 сентябрендә Үтәгән ауылында Мостафа һәм Хөббиямал Ғиниәтовтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. 1939 йылда ул Үтәгән башланғыс мәктәбендә уҡый башлай. Ул үҙенең отҡорлоғо, яҡшы хәтере, уҡыуға сослоғо, көр тауышы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. 1941 йылда ҡаты ауырыуҙан атаһы үлеп киткәс, ғаилә һәм ике бәләкәй һеңлеһе тураһында хәстәрлек 11 йәшлек кенә малайҙың иңдәренә ята. Олатайымдың әсәһе Хөббиямал, малайым атаһының нигеҙендә йәшәһен, тип, ни тиклем ауыр булмаһын, үҙенең тыуған ауылы Әбделғәзегә ҡайтып китмәй, нигеҙҙе һыуытмай донъя көтә.
Һуғыш башлана... 1943 йылда олатайым колхозда төрлө эштәрҙә эшләй башлай. Иҫәп-хисапҡа сос малайҙы ололар ер үлсәү, иҫәпләү, яҙыу эштәренә лә йәлеп итә. Үтәгән менән Ҡаҙмаш араһын көн дә йәйәүләп йөрөй торғас, Ҡаҙмаш ете йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлай, колхоз баҫыуҙарына ҡарауылсы итеп тәғәйенләнә.
1948 йылда һуғыш емереклектәрен төҙәтеү өсөн Әбйәлилдән Амур өлкәһенең Райчиха ҡалаһына ФЗО-ға ебәрелгән 80 кеше араһында минең
олатайым да була. Төҙөлөш бик ауыр шарттарҙа бара. Олатайым үҙенең яҡташы, Буранғол егете Мәүлит Фәсхетдинов менән дуҫлашып китә. Мәүлит үҙенең дуҫына ауылдаш һеңлеһенең адресын тоттора.
Шулай бер аҙ ваҡыт үткәс, Райчиха ҡалаһынан Боранғол ауылына Вәлиулла һәм Гөльямал Әхмәтйәновтарҙың кинйә ҡыҙы Өмөкамалға хат килеп төшә. Ике йыл буйына Боранғол һәм Райчиха ҡалаһы араһында хат бәйләнеше өҙөлмәй.
Боранғол мәктәбенең 7-се синыфын тамамлаған өләсәйем Өмөкамалды 1950-се йылдың көҙөндә Әүжәнгә ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Шул арала, ФЗО хеҙмәтен тултырып, олатайым Сабирйән дә тыуған ауылы Үтәгәнгә ҡайтып төшә. Оҙаҡҡа һуҙмай ике туған ағаларын эйәртеп Боранғолға кәләш әйттерергә китә. Әүжәндә ағас ҡырҡып йөрөгән өләсәйгә ауылдан, атаһынан сәләм килә:«Ҡыҙым, ҡайт! Беҙ һине кейәүгә биреп ебәрҙек». Өләсәй ауылға ҡайтҡанда ижәп уҡылған була. Ижәпте шишәмбе көндө уҡыйҙар. 1950-се йылдың 11 ноябрендә йәштәр үҙ мөнәсәбәттәрен ЗАГС ҡағыҙы менән нығыта, кәләш ҡәйнә йортона оҙатыла. Әлбиттә, 17 йәше саҡ тулған ҡыҙын кейәүгә биргән өсөн Вәлиулла Әхмәтйәнов ауыл советына саҡыртыла, ауыл советы секретарына район советы тарафынан шелтә бирелә, ә йәштәр татыу ғына йәшәп алып китә.
Өс йыл бергә йәшәгәс, 1953 йылдың аҙағында олатай армия сафына алына, ә йәш кәләш ҡәйнәһе менән донъя көтөп ҡала. Хабаровск ҡалаһында бер йыл уҡып икенсе категориялы радиотелеграфист һөнәре алғас, олатай отделение командиры, взвод командиры ярҙамсыһы, һуңынан радиостанция етәксеһе дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Өлкән сержант Ғиниәтовтың рәсеме почет таҡтаһынан төшмәй. 1954 йылдың йәмле май айында тыуған ауылынан «Малайың тыуҙы!» - тигән телеграмманы алғас, уның ҡыуанысының иге-сиге булмай, иптәштәре лә уның ҡыуанысын ихлас уртаҡлаша, ә командирҙары өс көнгә уға ял бирә. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән бүләкләнгән Сабирйән өс йыл да ике ай хеҙмәт итеп, 1956 йылдың көҙөндә өйөнә ҡайтып инеүгә, уға бер мәртәбә лә күрмәгән ике йәш ярымлыҡ малайы ҡаршы йүгереп сыға һәм: «Әсәй, беҙгә урыҫ инеп килә!»- тип ҡысҡырып ебәрә.
Армиянан ҡайтыу менән ул Үтәгән ауылында бригадир ярҙамсыһы итеп ҡуйыла. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын ситтән тороп уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала, агроном һөнәренә эйә була.
Һуңынан Сабирйән Ғиниәтов колхозда комсомол секретары, Амангилде ауыл советы секретары, Амангилде ауыл советы председателе, «Заветы Ильича» колхозында зона буйынса партия комитеты секретары, бригадир, агроном, иҫәпсе-бухгалтер вазифаларын да башҡара.Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул үҙен яуаплы эшмәкәр, ышаныслы Кеше итеп күрһәтә. Сабирйән Ғиниәтовтың тырыш хеҙмәте күп һанлы миҙалдар, почет грамоталары менән билдәләнгән. Уларҙың араһында БАССР - ҙың өлкә комитетының почет грамотаһы, «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары ла бар. Өс тапҡыр район советына, туғыҙ тапҡыр ауыл советына депутат итеп һайлана. Амангилде совхозы ойошторолғас, 1987 йылдан пенсияға киткәнсе кадрҙар бүлеге етәксеһе булып эшләй. 1993-1997 йылдарҙа совхозда ревизия комиссияһы ағзаһы була. Хаҡлы ялда булһа ла, Сабирйән Мостафа улы ветерандар советының рәйесе вазифаһын да башҡара.
Ныҡлы тылы, ышаныслы терәге булмаһа, олатайым Сабирйән Мостафа улы эшендә уңыштарға өлгәшә лә алмаған булыр ине, моғайын. Сөнки иртә таңдан ҡара төнгәсә ғаилә башлығы эштә йөрөгәндә, ете баланы көтөп, аяҡҡа баҫтырыу ҙа, мал-тыуар ҙа, йорт-ҡуралағы барлыҡ мәшәҡәттәр ҙә бит күберәк уның ҡатыны, өләсәйем Өмөкамалдың иңендә була. Ғаилә башлығы тәүлектең ҡайһы ваҡытында ғына ҡайтып инһә лә, ҡатынының аш-һыуы әҙер, йөҙө яҡты була (Ул саҡта йыйылыштар, партия уҡыуҙары төндә үткәрелә). Балаларын да аталарына ихтирамлы итеп тәрбиәләй ул.
Сабыр холоҡло, түҙемле, эшһөйәр өләсәйем Өмөкамал Вәлиулла ҡыҙы колхозда төрлө эштә: бесән әҙерләү, һарыҡ ҡырҡыу, сөгөлдөр үҫтереү, миндек бәйләү һымаҡ эштәрҙең береһенән дә ситтә ҡалмай. Аш-һыуға оҫта ҡатындың өйө лә ялт итеп тора. Ихата тултырып ҡош-ҡортон үҫтерә, баҡсаһында ҡыяр,
помидоры, картуфы ла йыл һайын уңып тора, балаҫын да һуға, кейеҙен дә баҫа, күҙ яуын алырҙай яҫтыҡ, юрғандар эшләй, матур күлдәктәр тегә. Ул бәйләгән дебет шәлдәрҙең иҫәбе-һаны ла юҡтыр. Ә шәлдәр Магнит баҙарында һәр ваҡыт үтемле була. Ауылда «еңел ҡуллы кендек инәй» булып та таныла ул.
Олоғайған ҡәйнәһен һәм әсәһен тәрбиәләү ҙә Өмөкамал Вәлиулла ҡыҙының өлөшөнә төшә. Әйткәндәй, ул ҡәйнәһе менән 42 йыл бер өйҙә татыу ғүмер итә, әсәһе яңғыҙ ҡалғас, уны ла үҙенең эргәһенә һыйындыра.
Олатайым менән өләсәйем балаларына яҡшы тәрбиә бирә, уларҙа хеҙмәткә һөйөү, белемгә ынтылыш тәрбиәләй. Хәҙер балаларының бөтәһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан белемле һәм абруйлы кешеләр, барыһы ла ғаиләле.
Әлеге көндә олатайым менән өләсәйемдең ете балаһы, ун алты ейән-ейәнсәрҙәре, ун туғыҙ бүлә-бүләсәрҙәре бар. Улар әле лә тик ултырмай, хәлдәренән килгәнсе донъя көтәләр, балаларына ярҙам итәләр, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен көтөшәләр. Олатай менән өләсәйҙең өйөнән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ә йәй көнө балалар тауышынан ихата эсе яңғырап тора.
Мин бар яҡтан да егәрле лә, йомарт та, ныҡыш һәм сәмле лә булған ярҙамсыл, кешелекле олатайым менән өләсәйемә оҡшарға тырышам, сөнки уларҙың һәр һүҙенән, ҡарашынан яҡшылыҡ, яҡтылыҡ һәм наҙ, ә йөҙҙәренән нур һирпелә. Уларҙы бер ваҡытта ла матди байлыҡ ҡыҙыҡһындырманы, сөнки күңелдәре киң һәм изгелеккә бай уларҙың. Яратҡан олатайым менән өләсәйемә һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйем!
Дәүләтшина Фәнилә, Әбйәлил районы
Амангилде урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы
Читайте нас: