Әлифба байрамы - ҡабатланмаҫ баласаҡ иленең иң шәп байрамдарының береһе. Ер йөҙөндәге кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына эшләмәһен ул ҙур тулҡынланыу менән үҙенең тәүге китабын Әлифбаны ҡулға алғанын иҫкә төшөрә. Сөнки һәр кемдең белем донъяһына аяҡ баҫыуы тик Әлифбанан ғына башланған. Тимәк, Әлифба китабы оҙон ғүмерле, тәрән мәғәнәле, баһалап бөткөһөҙ байлыҡ.
1-се Этҡол төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ҙур байрам- Әлифба байрамы үткәрелде! 1 класс уҡыусылары байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Байрамда уҡыусылар шиғырҙар ятланы, йырҙар йырланылар. Шулай уҡ байрамға Әлифба, Әҙәби уҡыу һәм Почтальон да ҡунаҡҡа килделәр. Ата – әсәләр ҙә байрамдан ситтә ҡалманылар. Отҡор Әлифба уларға ла ҡыҙыҡлы һорауҙарын бирҙе.
Байрам бер тында һиҙелмәйсә үтте лә китте. Яңы ғына мәктәп ишеген асҡан беренселәр белем тауының тәүге баҫҡысына ла баҫтылар. Артабан да уларға уңыштар ғына теләргә ҡала.
Әлиә Исмәғил ҡыҙы Барлыбаева -башланғыс кластар уҡытыусыһы.