Өләсәйем - һуғыш йылдары балаһы.
Миңә бер ҡасан да “олатай”, “ өләсәй” тип әйтергә яҙмаған, бер ҡасан да өләсәй һәм олатайҙарымды күрмәнем. Улар мин тыумаҫ борон уҡ был яҡты донъяны ҡалдырып киткәндәр. Уларҙың бик иртә баҡыйлыҡҡа күсеүҙәрендә һуғыш та ғәйепле, сөнки улар һуғыш алдынан тыуғандар һәм уның ауырлығын үҙ елкәләрендә татығандар.
Һәм мин һуғыш ауырлыҡтарын күреүсе өләсәйҙәремдең береһе тураһында яҙып үтмәксемен. Уның исеме Алһыу, ул минең әсәйемдең әсәһе. Алһыу өләсәйем 1939 йылда тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 2 генә йәш була. Ҡарт олатайым бик аҡыллы, төплө уйлай белгән уҡымышлы кеше була, һуғышҡа китер алдынан ул бик күп итеп утын әҙерләп , баҙға тултыра, һуғыш йылдарында утын киҫергә рөхсәт булмаясағын да аңлағандыр инде. Тағы ла ул бер моҡсай ҡаҡ тоҙ ҡалдыра. Бына ошо тоҙ өләсәйемә бик ярҙам итә, ул асыҡтым тип илап ултырмай, ә шул тоҙ киҫәнен имеп, һыу эсеп тик йөрөй, ул бер ни тиклем асығыуын баҫҡандыр инде. Әсәһе менән 15 йәшлек апайы колхоз эшенән бушамайҙар. Ә инде биш йәше тулғас, өләсәй колхозда йөрөгән әсәһе һәм апайының тамаған хәстәрләй: йәйгеһен Ҡунаҡбай йылғаһында балыҡ һөҙөп, шуны кәтлит итеп иҙеп, улар эштән ҡайтыуға бешереп ҡуя. Ул саҡта уға биш кенә йәш була!
Өләсәйем менән олатайым осрашып, ҡауышып 10 балаға ғүмер бирәләр. Әлеге көндә уларҙың 10 балаһы ла иҫән-һау. Минең әсәйем ғаиләләге етенсе бала. Инәй-апалар, апайҙарым үҙ-ара бик татыуҙар, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар.
Өләсәйем күмәк баланы лайыҡлы итеп тәрбиәләү менән бергә ғүмер буйы колхозда эшләгән, һәр ваҡыт алдынғылыҡты бирмәгән һауынсы булған. Ләкин ауыр балалыҡ йылдары, колхоздағы ауыр хеҙмәт уны бик иртә был донъянан алып киткән. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуына бик күп йылдар үтһә лә, уның шаңдауы бик оҙаҡ йылдар яңғырап тора шул.
Яҙгөл Абдуллина, Әбйәлил районы Хәмит урта мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы.