-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
27 Февраль 2020, 10:48

Оҫта егет Мәғәфүр

Был егет Йылайыр ауылы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 4 класс уҡыусыһы - Ғайсин Мәғәфүр.

Уны класта «алтын ҡуллы Мәғәфүр” тип йөрөтәләр, сөнки ул йәш рәссам һәм ҡул эштәренең оҫтаһы.
Мәғәфүр ҡышҡы каникулдарҙа ял итеп кенә ятмаған, ә класҡа ҡатырға ҡағыҙҙан трактор эшләп алып килгән. Класташ малайҙары был техниканы күреп иҫтәре китте. Тракторҙың корпусы ҡатырғанан булһа, ә моторы пластилиндан эшләнгән. Ҙур тәгәрмәстәре йөрөгәндә әйләнә. Хатта артында арба таҡҡысы ла бар.
Гимназияла «Тағараҡтар» конкурсында ла Мәғәфүр актив ҡатнашты. Ул таҡтанан матур итеп тағараҡ эшләне. Тағарағын төрлө сағыу төҫтәргә буяған, әллә ҡайҙан күҙҙең яуын алып тора.
Шулай уҡ Мәғәфүр һүрәт төшөрөргә лә ярата. Уның һүрәттәре төрлө конкурстарҙа призлы урын яулап тора. Рәсем түңәрәгенә лә йөрөй.
Бына шундай оҫта малай уҡый беҙҙең гимназияла.
Класс етәксеһе: Тусалина Р. М.