29 февраль көнө беҙҙең мәктәптә мәҙәни шәмбе ойошторолдо. Был сара ысынында рух , моң байрамы булды. Яҙыусылар Айһылыу Ғәрифуллина, Булат Тимерғәлиев, Гүзәл Һырлыбаевалар менән осрашыу үҙе бер кинәнес булды. Улар уҡыусыларға үҙҙәренең ижадтары менән таныштырҙылар, фәһемле кәңәштәрен еткерҙеләр. Уҡыусыларҙың һорауҙарына төплө яуап бирҙеләр. Яҙыусыларға беҙҙең мәктәп тә, уҡыусылар ҙа бик оҡшаны. Матур мәктәп тә тик яҡшы билдәләренә генә тырышып уҡырға, үҫергә тигән теләктәрен белдерҙеләр.Ысынлап та беҙ бәхетле балалар икәнебеҙгә инандыҡ.
Ә инде укыусылар үҙ сиратында мәртәбәле ҡунаҡтарға моңло йырҙарын, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын, үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәрен ысын күңелдән тапшырҙылар. Был йәнле аралашыу бик әһәмиәтле, күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.
5 класс уҡыусыһы Дәүләтҡужина Алтынай Айбулат ҡыҙы
Бөрйән районы, Яңы Собханғол ауылы