+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
12 Март 2020, 18:11

Тиҙәйткестәр илендә

Беҙгә Федоровка районы Яңы Яуыш ауылы мәктәбенән уҡытыусы Тәзкирә Нәҙир ҡыҙы Ғәлина яҙа. Башҡорт теле йылына бағышлап "Тиҙәйткестәр илендә" исемле бәйге ойошторғайныҡ.

Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке, һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме, мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
Был тиҙәйткесте яңылышмай ғына шәп итеп әйтә алаһығыҙмы? Әлегә юҡ, шулай бит!? Бер нисә мәртәбә яйлап ҡына дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнгәндән һуң әкренләп тиҙлекте арттырыу кәрәк. Ә ни өсөн кәрәк ул беҙгә, тиерһегеҙ. Тиҙәйткестәр дөрөҫ һәм етеҙ уҡырға, әйтелеше ауыр булған өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, телдең хәрәкәтсәнлеген арттырырға һәм дөрөҫ һулыш алырға өйрәтә. Тиҙәйткестәрҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Федоровка районы Яңы Яуыш мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары быны яҡшы белә һәм тиҙәйткестәр һөйләү бәйгеһе иғлан ителгәс тә халыҡ ижадының был төрөн дәртләнешеп өйрәнергә тотондолар. Башҡорт теле йылына, Туған телдәр көнөнә, республикабыҙҙа үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһына бағышлап ойошторолған “Тиҙәйткестәр илендә” бәйгеһендә 2-се класс уҡыусыһы Илназ Рафиҡов менән дүртенсенән Вадим Решетников - II урынға, Линар Һөйәрғолов (4-се класс), Илмира Хәйбуллина (2-се класс) һәм Илнар Рафиҡов (1-се класс) I урынға лайыҡ булдылар. Дүртенсе класс уҡыусыһы Камалия Хәйбуллина менән икенсенән Радмир Һөйәрғолов иң оҫталары – бәйге еңеүселәре!
Туған телендә халҡының ижад һуты менән һуғарылып үҫкән бала киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була, тиҙәр. Шулай булһын әйҙә!
Т.Ғәлина, Федоровка районы.
Читайте нас: