Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты менән Өфөнәң үҙәк ҡала китапханаһы менән берлектә «Тыуған еребеҙ таланттарға бай» тип аталған шиғриәт кисәһе ойошторҙоҡ. Был кисә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналды. Гимназиябыҙҙан 8 Е класы уҡыусылары һәм тәрбиәсеһе Ғафарова Зилә Мәжит ҡыҙы бик матур итеп Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, йырлап ишеттерҙеләр. Кисәбеҙҙең саҡырылған ҡунағы Илгиз Таһиров балаларға үҙенең актер тормошо тураһында һәм нисек «Бабич» фильмында төшөүен һөйләне. Кисәбеҙ аҙағында уҡыусыларыбыҙ ҡотлау грамоталары алып шатланды.