Үткән йома көнө Хәбулла районының 2-се һанлы Аҡьяр мәктәбенә районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәренән туған телен өҙөлөп яратҡан уҡыусылар шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенә йыйылды. Был күркәм сара Башҡорт теле йылы сиктәрендә ойошторолоп,туған телебеҙгә лә,районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейына ла һәм ,әлбиттә,илебеҙҙең ҙур байрамы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Башҡорт рухында биҙәлгән тамашасылар залы моңло көйҙәр менән беҙҙе ҡаршы алды.Зал шығырым тулы ине.Бына Аҡьяр мәктәбе уҡыусылары моңло ҡурай аҫтында бәйгене асып ебәрҙе.Уларҙан һуң дәртле баҫҡан башҡорт егеттәренең бейеүе байрам кәйефен тағы ла арттырып ебәрҙе.Ҡатнашыусылар һаны башҡа йылдарға ҡараған да күпкә күберәк булыуы менән ҡыуандырҙы.Башланғыс синыфтарҙан алып 10-11 синыф уҡыусыларына тиклем берҙәй матур,ентекле әҙерләнгәйне.Башланғыс синыф уҡыусыларының Рәми Ғариповтың “Туған тел”шиғырын шул тиклем матур итеп , ә өлкәнерәк синыфта уҡыусы егет һәм ҡыҙҙарҙың Мостай Кәримдең”Үлмәҫбай”поэмаһын ,Рәми Ғариповтың “Яндырылған хаттар” ҙы һөйләүҙәре йөрәктәргә барып етте.
Беҙҙең Подольск урта мәктәбе уҡыусыһы Рахманғолова Лиана үҙенең яратҡан шағиры Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары “шиғырын һөйләп ишеттереп залда ултырыусыларҙың күңелдәрен хисләндереп алһа, 5А синыфы уҡыусыһы Сабирова Илида Б.Хәйриҙең “Тел кәрәк тибеҙ”шиғырын бик оҫта һәм тасуири итеп һөйләп ишеттерҙе.Күңелдәрҙе илһамландырған, йөрәктәрҙе рухландырған был матур байрам барыбыҙға ла бик оҡшаны!Бәйгелә ҡатнашҡан һәр уҡыусы Маҡтау ҡағыҙҙары , сертификаттар менән бүләкләнде.
Подольск урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбирҙина Гүзәлиә Марат ҡыҙы.