+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
18 Март 2020, 15:01

Әлфиә Кәримованың ҡулынан бүләк алыуыма ғорурланып ҡайттым

Был хатты беҙгә Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Ҡотлобаев, “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт конкурсы еңеүсеһе яҙҙы.

"Аманат" журналы Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Башҡортостан беҙҙән башлана" исемле шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр конкурсы ойошторҙо. Ошо бәйгенең икенсе өлөшөндә ҡатнашып, еңеүсе булдым. Һәм 11 март Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала — башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәгендә конкурс еүеүселәрен бүләкләү сараһында булып, бөйөк шәхестәр менән осрашыуҙан күңелем күтәрелеп, халыҡ шағырының ҡыҙы Әлфиә Кәримованың ҡулынан бүләк алыуыма ғорурланып ҡайттым. Ижад яратыусы, китап һөйөүсе балаларға шәп буләк – электрон китап бүләк итте Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе. Бүләккә бирелгән Мостай Кәримдең “Өс таған” китабын да рәхәтләнеп уҡып сыҡтым һәм тормош юлыңда ниндәй генә кеше осрамаһын асыҡ йөҙөңдө күрһәтергә, алсаҡ, ярҙамсыл булырға, ниндәй генә хәл булһа ла һәр саҡ ҡыйыу алға барырға кәрәклеген аңланым. Әлфиә Мостай ҡыҙы ла, мин ҡаушап ҡалғас, арҡамдан яратып тап шулай тине.
Бөйөк шәхестәр менән
Тәүгә ине осрашыуым.
Оноттом әйтер һүҙҙәрем,
Еңде мине ҡаушауым.
Әлфиә Мостай ҡыҙы
Әйтте һөйөп арҡамдан:
-Ҡурҡма, ҡыйыу алға бар!
Ҡуйҙы миңә ҡанаттар.
Бәйгеләрҙе ойоштороусы Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримоваға , "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәренә: баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллинға, Рәзил Айрат улы Бикбулатовҡа, Зөбәржәт Мәүләмбирҙе ҡыҙы Яҡуповаға һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союзына оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ миңә һәр ваҡыт уҡыһын, кеше булһын тип тырышҡан, төрө яҡлап ярҙам иткән әсәйемә, конкурстарға ҡатнашырға дәрт, теләк уятыусы уҡытыусым - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишбулатова Миләүшә Ширғәли ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен. Һәм мине ошо иҫтәлекле сараға алып барып, матур итеп йөрөтөп алып ҡайтыусы Гөлнур апайыма, Юнир еҙнәйемә ҙур рәхмәт.
Барығыҙға ла иҫәнлек- һаулыҡ, ижади уңыштар, юғары үрҙәр, бәхетле киләсәк теләйем!
Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Ҡотлобаев, “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт конкурсы еңеүсеһе
Читайте нас: