+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
23 Апрель 2020, 17:05

"Аманат" журналы - һәр кешенең дуҫы

Был хатты Шәйхлисламов Тимур, Баҡалы районы Таҡтағол мәктәбенең 5 -се класс уҡыусыһы яҙа.

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле “Аманат” журналы редакцияһы. Был хатты һеҙғә Баҡалы районынан Шәйхлисламов Тимур яҙа, әлеге йылдың тәүге беренсе айҙарында үткәрелгән “Яҙыл да бүләк от!” уйынының ҡатнашыусыһы һәм еңеүселәрҙең береһе.
Беҙ ғаиләбеҙ менән ошо журналға күптән яҙылабыҙ. Моғайын, Башҡортостанда һеҙҙе белмәғән балалар юҡтырҙа ул. Сөнки, һеҙҙең баҫмаларығыҙҙа күп генә минең кеүек үҫмерҙәр үҫкәндәр. Һәр бер һанын үҙенсәлекле ҡыҙыҡһыныу менән көтөп алабыҙ. Ошолар араһында миндә һеҙҙең журналды бик ныҡ яратып уҡыйым.
Был уйында тәүге тапҡыр катнашыуым. Ҡапыл ҡиммәтле бүләктәр еңеүсеһе һәм рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булдым, бик ҡыуандым.
"Аманат"журналын төрлө бай йөкмәткеле, сағыу битле, тәрән мәғәнәле һәм ысын кәңәшсе итеп сығарыусыларға ҙур рәхмәт әйткем килә. Һеҙгә эштәрегеҙҙә ижади уңыштар теләп ҡалам.
Дуҫтар, һеҙҙә минән ҡалышмағыҙ!
Шәйхлисламов Тимур, Баҡалы районы
Таҡтағол мәктәбенең 5 -се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: