+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
28 Апрель 2020, 13:05

Диктант яҙҙыҡ ултырып

Хәйбулла районы Подольск ауылынан Гүзәлиә Дәүләтбирҙина беҙгә хат яҙып шәп фотолар ебәргән. Юлиә Прозорова яҙған диктанты менән селфи ла эшләгән.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә республикабыҙҙа бөгөн тағы бик ҙур һәм мәртәбәле сара булып үтте! Бер аҙна дауамында сайтта теркәлеп,үеҙбеҙгә шәхси кабинеттар булдырҙыҡ.Бөтә республика менән башҡорт телендәге онлайн диктант яҙыуға мәктәбебеҙ, ауыл халҡы менән беҙ ҙә дәррәү ҡушылдыҡ!
Ысынлап та 25 апрель көнө иртәһе бигерәк тә матур булды. Иртән иртүк йылмайып ҡояш уятты.Тәмле сәйҙәр эсеп алғандан һуң,ҡағыҙ ,ручкаларыбыҙҙы әҙерләп телевизорҙарҙы үҙебеҙҙең яратҡан Башҡорт юлдаш каналына көйләп тә ебәрҙек !Бына беҙҙең алда таныш ағай,апайҙар !Яратҡан алып барыусылар беҙҙе ихлас йылмайып сәләмләнеләр .Яшы кәйеф менән диктант яҙырға ултырҙыҡ. Мәктәбебеҙ уҡыусылары һәм уҡытыусылары был сараға үҙ өлөшөбөҙҙө берҙәй индерҙек .Диктант яҙыуҙа айырыуса 5,6,8,9 синыф уҡыусылары әүҙемлек күрһәтһә,ауылдаштарыбыҙ Люциә апай менән Рәис ағай Рәхмәтовтар,Гүзәл апай Рамазанова, Роза апай Торомтаева,Рәйлә апай Галеева,Рәмилә апай Ишемова,Әлфирә апай Ильясова ла ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Ә Сәлимә Әпсәләмова , Динә Хәсәнова һәм Светлана Сөләймәновалар ғаиләләре менән бергәләшеп ултырып яҙҙылар. Теркәлеүселәр һаны иртәнге иҫәпләүҙәргә ҡарағанда 50 кеше булһа,аҙаҡтан һандар артып 60 яҡынайҙы.
Бөгөнгө көн барыбыҙға ла күтәренке кәйеф бүләк итте.
Дәүләтбирҙина Гүзәлиә Марат ҡыҙы
Хәйбулла районы Подольск ауылы
Читайте нас: