+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
2 Май 2020, 14:29

Рәхмәт һиңә, ветеран!

Бөрйән районы Килдеғол ауылынан Саръян Билаловтан килгән хат.

Быйыл Бөйөк еңеүгә 75 йыл.Тик үкенескә күрә был байрамда минең һуғышта ҡатнашкан дәү олатайҙарымда,һуғыштан һуң тыуған олатайҙарымда була алмайҙар.
Минең һүҙем Кәримә өләсәйемдең ике тыуған ағайы Әбүбәкиров Мансур олатайым хакында.Мансур олатайҙы 1939 йылда Әбйәлил районы военкоматынан кадрҙар әҙерләү армияһына ебәрәләр.Хабаровскийҙа хеҙмәт иткән мәлендә Бөйөк Ватан һуғышы башланған.Олатайым һуғыштың беренсе көн
өнән үҙе теләп фронтка яҙыла.Уны Алтай крайындағы Маршевский батальонына оҙаталар.Сентябрь айында Смоленск эргәһендәге һуғышта ҡатнашырға тура килгән..Ошондағы армия менән Волковка тиклем барғандар.Волковтагы алыштан һуң олатайымды 901 полкка разведчик итеп күсерәләр.1941 се йылдың 3-сө октябренда разведчиктарға бирелгән заданияны үтәгәндә Мансур олатай минаға эләгә,ошонда ук аяғын юғалта.Ул Рыбинск госпиталендә бик оҙак ҡына ята,һуңынан Силәбелә.1942-се йылдың февраль айында демобилизациялана.Олатайым Батырлык өсөн миҙалы һәм Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән була.Ул үҙенең һуңғы көндәренә тиклем Баймаҡ районы Түбә поселығында йәшәгән.
Мансур олатайым һуғыштан уң аяғын юғалтып ҡайтһала,төшөнкөлөккә бирелмәй.Уның ҡулы оҫта булған,ул эшләгән бик матур шкаф өләсәемдең өй түрен биҙәп ултыра.Олатайым аяҡ кейеме алһа һул яғын үҙендә ҡалдырып,уң яғын беҙҙең ауылда йәшәгән, һуғышҡа барып һул аяғын юғалтып ҡайтҡан Миңлеғолов Зиннәт олатайға ебәргән,ә Зиннәт олатай аяҡ кейеме алһа уң яғын үҙендә ҡалдырып һул яғын Түбә поселығынаМансур дуҫына ебәргән..Уларҙы бер үҡ яҙмыш дуҫлаштырған..Беҙҙе тыныс тормошҡа йәшәтҡәндәре өсөн дәу олатайҙарыбыҙға олатай,өләсәйҙәр апа-инәйҙәр атай-әсәйҙәр исеменән ҙур рәхмәт әйтер инем.Рәхмәт һиңә,ветеран.
Саръян Билалов
Бөрйән районы Килдеғол ауылы
Читайте нас: