+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
8 Май 2020, 14:05

Минең ҡарт ҡартатайым-тылда Еңеүҙе яҡынайтыусы

Был хатты беҙгә Баймаҡ ҡалаһынан Йәнгүзәл Зәйнуллина ебәрҙе.

Фронт һәм тыл - был һүҙҙәр фәҡәт бер-береһенән айырылғыһыҙ. Тылдан башҡа фронт була алмаҫ ине. Сөнки совет һалдаттары үҙ ҡаһарманлығын фронтта күрһәтһә, тыл хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышының еңеүенә нигеҙ һалғандар. Шуға, тап беҙҙең еңеүгә тос өлөш һалыусы, иң ҙур ыҙа, физик ауырлыҡ күреүсе - тыл ветерандары.
Минең ҡарт ҡартатайым -Зәйнуллин Кәшиф Зәйнулла улы- тыл ветераны. Ул 1910 йылдың апрелендә тыуған, Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәгән. Колхоз эштәрендә иң әүҙем, барыһына ла өлгө, алдынғы, иң мөһиме тырыш колхозсы була. 1941 йылда Ватан һуғышы башланғас та, фронтты тәьмин итер өсөн, Белорет заводына эшкә йыя башлайҙар, һуғышҡа барырға ғариза яҙһа ла олатайымды тырышлығы һәм әрһеҙлеге өсөн заводҡа ҡорал эшләргә хеҙмәт армияһына ебәргәндәр. Заводтың металл иретеү бүлегендә 1947 йылға тиклем эшләгән. Ул заводта иң алдынғылар рәтендә торған. Һуғышҡа китәм тип, военкоматҡа бер- нисә тапҡыр барһа ла, завод директоры уға былай тип яуап ҡайтарған: ”Һуғышҡа мин ун кешене табып ебәрәм, ләкин һинең һымаҡ тырыш, һинең һинең һымаҡ планды арттырып үтәгән кешене мин таба алмаясаҡмын. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һуғыштағыға ҡарағанда бында күпкә мөһимерәк, һеҙ еңеүҙе яҡынайтыусы!”
Һуғыш бөткәс, колхоздың бөтә яҡлап емерелеп бөткән тормошон тергеҙергә, аяҡҡа баҫтырырға тип, үҙен йәлләмәй бар көсөнә эшкә егелә. Колхозда иң ауыр эштәрҙе уға ышанып тапшырыр булғандар һәм һәр саҡ унан кәңәш һорағандар. Тора - бара колхоз совхозға әйләнә. Совхоздың һыйыр һарайҙары, кешеләргә йәшәү өсөн торлаҡ, йорттар төҙөүҙә тырышып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шул совхозда балта оҫтаһы булып эшләгән. Ҡартатайымдың миҙалдары һәм маҡтау ҡағыҙҙары күп. “1941-1945 йылдарҙағы һуғышта Фашизмды еңеү” миҙалы - иң ҡәҙерлеләренән булған.
Ҡартатайым, ҡартәсәйем менән 7 бала үҫтергәндәр. Ғаиләлә бик өлгөлө атай булған һәм һәр ваҡыт балаларының уҡып, кеше булыуҙарын теләгән. “Үҙем уҡый алманым, исмаһам, һеҙ уҡығыҙ”, -тип өгөтләп кенә торған. Шулай уҡ эште яратырға өйрәткән. “Эш ниндәй ауыр булһа ла, аптырап ҡалырлыҡ булмағыҙ, һәр эште эшләп өйрәнегеҙ. Кеше әйберенә теймәгеҙ, һәр ваҡыт үҙ көсөгөҙ менән йәшәргә өйрәнегеҙ”, - тип әйткән.
Минең ҡарт ҡартатайым-тылда Еңеүҙе яҡынайтыусы, тип оло ғорурлыҡ менән йәнә ҡабатлайым мин. Күпме йылдар үтһә лә тыл, һуғыш ветерандары йәш быуындың мәңге күңел түрендә ҡаласаҡ, беҙ улар алдында баш эйәбеҙ һөм рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ!
Читайте нас: