Башҡорт телендәге баҫмаларҙы мин бик яратып уҡыйым. Бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн булған “Аманат” журналы миңә оҡшай. Интернет селтәрендә баҫмаларҙың сайттары бик әүҙем эшләп килә һәм шул сайттарға инеп улар үткәргән конкурстарҙа ҡатнашыу минең өсөн бигерәк тә ҙур ҡыуаныс.
Башҡорт телендәге “Аманат” журналында уҡыусыларҙың, унда эшләгән апай-ағайҙарҙың фәһемле лә, файҙалы ла шиғыр-мәҡәләләре баҫылып сыға.
Бына бер нисә тапҡыр был журнал ойошторған конкурстарҙа ҡатнашып ҡарарға булдым. Беренсенән, беҙ ғаиләбеҙ менән «Аманат»ҡа яҙылыу тураһындағы квитанцияларҙы редакцияға ебәреп ике тапҡыр бүләктәр оттоҡ. Ә, һуңынан унда “Оҫтахана” тип аталған конкурс ойошторолоуын белгәс мин үҙемде күрһәтергә булдым. 2018 йылда мин әсәйемдән түшелдеректәр тегергә өйрәнеп, үҙем эшләгән түшелдеректе һәм башлыҡты эшләү тәртибен фотоға төшөрөп редакцияға ебәрҙем һәм ҡыуаныслы хәбәр Йылайыр районы Йомағужа ауылы ҡыҙы еңеүсе тигән хәбәр алдым. Бүләккә башҡорт ҡурсаҡтары эшләү оҫтаһы Гөлнара апай Шахматова әҙерләгән ҡурсаҡты ҡулыма алдым.
Икенсе еңеүем 2019 йылдың йәй айҙарында булды. Ҡул эштәре менән мауығып башлағас интернет селтәренән мунсаҡтар менән брошкалар эшләү серҙәренә өйрәндем. Яратҡан журналым “Аманат”ҡа тағы ла эшемде ебәреп ҡарарға булдым. Һәм был юлы ла мин еңеүселәр рәтенә индем.
Ә яңыраҡ миңә Өфө ҡалаһынан журналдың баш мөхәрир урынбаҫары Рәзиль ағай Бикбулатов ҡунаҡҡа килде. Конкурс йомғаҡтары буйынса вәғәҙәләгән Рәхмәт кәлимәһе һәм “Аманат”тың фирма сәғәте менән бүләкләне мине. Рәзиль ағайға һәм журналда эшләгән ағай-апайҙарға ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Уларға эштәрендә уңыштар юлдаш булыуын теләйем.
Үҙемдең тиҫтерҙәремде Аманат”ҡа яҙылып конкурста ҡатнашырға саҡырам.