+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
12 Сентябрь 2020, 11:44

Файҙалы һәм ҡыҙыҡлы

Беҙгә Айгизә Иҙрисова милли кейем көнө нисек үткәне тураһында яҙа. Айгизә Өфө районы Дорогин ауылы урта мәктәбенең 8-се “Г” класы уҡыусыһы.

Республикабыҙҙа шаулап-гөрләп Милли кейем байрамы үтте. Беҙҙең Өфө районы Дорогин ауылы уҡыусылары ла саранан ситтә ҡалманылар. Һәр класс, һәр уҡытыусы был байрамда әүҙем ҡатнашты.
Беренселәр үҙ ҡулдары менән биҙәүестәр эшләп ҡаранылар, икенсе-өсөнсө класс уҡыусылары республикала йәшәгән төрлө милләт халҡының кейемдәре менән таныштылар, дүртенселәр мәктәп музейына экскурсия ҡылдылар.
Юғарыраҡ кластар милли кейем тарихы менән таныштылар, презентациялар эшләп, тиҫтерҙәре алдында сығыш яһанылар, халыҡ стилен ҡулланып, яңы моделдәр эшләнеләр. Уҡыусыларҙың өҫтөндә башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш милли кейемдәрен күрергә мөмкин ине. Ә инде рус теле уҡытыусыһы Гөлфира Рәмил ҡыҙы алып килгән һаҡал барыһын да аптыратты: уны ғаиләлә 19-сы быуаттан алып һаҡлайҙар һәм нәҫелдән нәҫелгә ҡалдырып баралар икән.
Шулай итеп, бөгөнгө байрам бик шәп үтте.Ул милли үҙаңды үҫтереү, рух күтәреү, белемде арттырыу, стиль, зауыҡ тәрбиәләү өсөн бик файҙалы булды. Сөнки сара балалар күңелендә матур иҫтәлек булып һаҡланыр, тип уйлайым.
Иҙрисова Айгизә, 8-се “Г” класы уҡыусыһы, Өфө районы Дорогин ауылы урта мәктәбе.
Читайте нас: