+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
28 Сентябрь 2020, 19:21

Өләсәйемә - 90 йәш!

Баҡалы районының Таҡтағол мәктәбе уҡыусыһы Тимур Шәйхлисламовтың өләсәһенә бөгөн 90 йәш тулған икән. Ҡотлау һүҙҙәрен ул беҙҙең журналға ла ебәрҙе.

Өләсәй. Күпме аҡыл, наҙ, тормош тәжрибәһе был һүҙҙә! Минең өләсәйем дә тап шундай. Уның исеме – Мәккия Яхиян ҡыҙы Шәйхлисламова. 28 сентябрҙә уға 90 йәш тула.
Яратҡан өләсәйем менән мин бик ныҡ ғорурланам. Ул һәммәбеҙгә оло үрнәк, миҫал булып тора. Ауылыбыҙҙа уны бөтөнөһө лә хөрмәт итә, уның тырышлығына, сабырлығына таң ҡалалар. Сөнки, минең өләсәйем, олатайымдың беренсе ҡатыны вафат булғас, алты балаға әсәй булып килә. Уларҙы үҙ балалары кеүек күреп, үҫтерешә. Ғүмерендә күпме һынауҙар булһа ла, ул бер ҡасан да бирешмәҫкә өйрәтә. Өләсәйем тураһында яҙа башлаһаң, уның тураһында бик күпте һөйләргә була. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, ул һаман да йәйҙәрен еләк-емеш йыя, беҙҙе тел йоторлоҡ аш-һыуҙары менән һыйлай. Балаларын гел ҡыуандырып, дәртләндереп тора.
Ҡәҙерле өләсәйем, һине ысын күңелдән тыуған көнөн менән ҡайнар ҡотлайым! Был көндө, беҙ, һинең балаларың, иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә теләргә ашығабыҙ: һиңә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхетле тормош теләйбеҙ! Тыуған көнөң, ғүмер байрамың менән һине, яратҡан өләсәйебеҙ!
Тимур ШӘЙХЛИСЛАМОВ,
Баҡалы районының
Таҡтағол мәктәбе уҡыусыһы.
Мөхәрриәт: Дуҫтар! Тиҙҙән - 1 октябрь - Ололар көнө. Ҡәҙерле олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе барып, йәиһә шылтыратып ҡотларға онтмағыҙ, йәме? Оло кешегә балаларының ҡотлауынан да ҡәҙерлерәк нимә юҡтыр, ҡайһы берҙә уларға бер йылы һүҙ, иғтибар ҙа етә - йөҙҙәре яҡтырып, йәшәреп китә улар.
Читайте нас: