-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
19 Ноябрь 2020, 12:55

Дистант ваҡытында ҡыҙыҡлы шөғөл таптыҡ

Һәр кем башҡорт халыҡ ижадына, тарихына ғашиҡтыр. Ғөмүмән, башҡорт халҡының ижадына һоҡланмау мөмкин түгел. Оҙон көйҙәрен тыңлауы күңелгә май кеүек, әҙәбиәт тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Картиналары хас та ысын

кеүек. Эйе,таланттарға бай Башҡортостаныбыҙ. Һәләтле кешеләребеҙҙең береһе яҡташым, Әхмәт Лотфуллин тураһында һүҙем. Дөрөҫөрәге уның "Өс ҡатын” картинаһы. Бөйөк рәссамдең иң яҡшы эштәренең береһе булып уның “Өс ҡатын” картинаһы һанала. Ул 1969 йылда яҙылған. Был картинала рәссам сәй эсергә әҙерләнгән өс ҡатынды һүрәтләгән. Улар башҡорт халҡының милли кейемендә, тағы ла әйтеп үтер кәрәк улар баштарына яулыҡ ябынғандар, был ҡатындарҙың кейәүҙә икәнлеген күрһәтә. Ҡатындар төрлө йәштәрҙә.
Әлиә Өмөтҡужина, Әбйәлил районының Амангилде ауылы.
Читайте нас: