+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
19 Ғинуар 2021, 14:35

Ҡырҙас урта мәктәбенән һөйөнесле хат

Беҙ һеҙгә ҡыуаныслы яңылыҡты еткерергә булдыҡ. Әбйәлил районы Ҡырҙас урта мәктәбенең 6 – сы синыф уҡыусылары... Нимә эшләгән? Артабан уҡыйыҡ:

Һаумыһығыҙ «Аманат» журналы хеҙмәткәрҙәре! Беҙ һеҙгә ҡыуаныслы яңылыҡты еткерергә булдыҡ. Әбйәлил районы Ҡырҙас урта мәктәбенең 6 – сы синыф уҡыусылары бөтә синыф менән 2021 йылдың ярты йылына ”Аманат” журналына яҙылды.
Беҙҙә 15 уҡыусы уҡый; 9 малай, 6 ҡыҙ. Бөтәһе лә тиерлек “4” һәм “5” билдәләренә өлгәшә. Мәктәптә үткәрелгән сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнашалар. Малайҙар спорт менән шөғөлләнергә яраталар, ә ҡыҙҙар йыр-бейеүгә маһирҙар. Ауыл һәм мәктәп китапханаһынан китаптар алып уҡырға ла, ауылдың оло кешеләренә ярҙам итергә лә өлгөрәләр улар.
“Аманат” журналында сыҡҡан төрлө рубрикаларҙы уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйҙар. Үҙебеҙҙең мәктәп, класыбыҙ, яратҡан шөғөлдәребеҙ тураһында артабан хәбәрҙәр ебәрербеҙ. Киләсәктә лә һеҙҙең менән бәйләнеште дауам итербеҙ, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!
Класс етәксеһе Лилиә Йомағужина.
Читайте нас: