Тирә-яғыбыҙҙағы донъя дәресен бигерәк ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр. “Ҡышын ҡоштарға нисек ярҙам итергә?” тигән теманы ла яратып үҙләштереп, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға тағараҡтар эшләп ҡуйҙылар. Малайҙарҙың ҡайһылары атайҙары менән берлектә ағастан оҫта итеп ҡороп элһә, бүтән уҡыусылар төрлө һауыттарҙан ишектәр уйып ҡоштарға ем һауыты эшләне. Уҡыусыларҙың фантазия киңлегенә иҫ китерлек. Ун уҡыусының ун төрлө тағарағы сауаплы эш башҡарып тора. Тирә-яғыбыҙҙағы тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү уятыу – балала шәхес тәрбиәләүҙең бер ысулы булып тора ла инде.