+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
5 Февраль 2021, 14:10

Матур йылы көн балаларҙы дәртләндеҙе

Көйөргәҙе районы Яҡут ауылынан килгән хат-хәбәр. Күп фотолар бар, әйҙә бергә ҡарайыҡ.

Көндәрҙең йылы тороуы балаларҙың бик күпләп тышта уйнауҙарын күреү, ҡыштың күңелле һәм шатлыҡлы мәлдәрҙең береһе. Ҡар бабай яһау өсөн дә иң яҡшы көн булды ахыры. Матур йылы көн балаларҙы дәртләндеҙе, уҡыуҙары бөтһәлә ҡайтырға ашыҡманылар, кумәкләп ҡар бабай яһарға булдылар. Бала саҡтарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп беҙҙә ҡушылдыҡ бына ниндәй матур килеп сыҡты янында фотоға ла төштөк. Балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙа ҡар бабай яһағандар һөйләшкән кеүек булды. Бына шулай бер тын, бер уй, бер ынтылыш менән йәшәйҙәр Яҡуттар!!! Афариндар!!!
Рәмзиә Әбйәлилева
"Аманат" журналына ебәргән фотоларҙы һеҙ ошо һылтанма аша үтеп ҡарай алаһығыҙ: https://amanat.rbsmi.ru/articles/k-men-n-ash-ara-y/
Читайте нас: