+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
22 Февраль 2021, 15:01

Азамат Ҡарағолов минең атайым тигән хат яҙған

.. Иң батыры, иң көслөһө,Иң яҡшыһы минең атайым.Шуға ла ер шарынанҒорурланып атлайым...

Минең атайым Ҡарағолов Альберт Кәбир улы. 1970 йылдың 9 февралендә Бөрйән районы, Байназар ауылында тыуған. Ул 9 сы синыфты тамамлағас та "Ағиҙел" колхозына малсы булып эшкә сыға. Ҡыштарын һәм йәйҙәрен ҡуна ятып һыйыр һәм йылҡы малдарын ҡарай. Ә, 1988 - 1990 йылдарҙа үҙенең хәрби бурысын үтәй. Ул алыҫ Германияның Люксембург ҡалаһында хәрби - һауа көсөндә хеҙмәтен бик яҡшы һәм намыҫлы үтәп ҡайта.
Атайым эшһөйәр, талапсан һәм яуаплы кеше. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Миңә лә өйрәтә, мин уға һәр ваҡыт ярҙам итәм. Атайым мал йәнле кеше, һыйыр һәм йылҡы малдарын көтә. Мин атайым менән ғорурлана алам, уға ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйем.
Азамат Ҡарағолов, Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы
Читайте нас: