Совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереү сәбәбе булып 1979 йылдың 8 октябрендә Афғанстандың Халыҡ-демократик партияһына нигеҙ һалыусы Нур Мөхәммәд Таракиҙы үлтереү хеҙмәт итте. 1979 йылдың 12 декабрендә КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы рәсми рәүештә Афғанстанға ғәскәр индереү һәм Советтар Союзы тарафынан был дәүләткә хәрби ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Тәүге совет частары Афғанстанға 1979 йылдың 25 декабрендә генерал-лейтенант Юрий Тухаринов командованиеһындағы 40-сы армия составында индерелә.
Хәрби хәрәкәттәр барышында контрреволюцион түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Афғанстан башлығы вазифаһын биләп алған Афған оппозицияһы башлығы Хафизулла Әминде алып ташлау буйынса операция үткәрелә. Бабрак Кармаль етәкселегендә сираттағы власть алмашҡандан һуң Афғанстанда урынлаштырылған режим тулыһынса совет хәрби, техник һәм финанс ярҙамына бәйле була. Шул уҡ ваҡытта баш күтәреүселәр төркөмдәренә АҠШ яғынан ярҙам күрһәтелә.1986 йылда Афғанстанда сираттағы дәүләт түңкәрелеше була, уның һөҙөмтәһендә властан алынған Бабрак Кармаль урынын Афғанстан президенты итеп һайланған Мөхәммәд Наджибулла биләй.
1988 йылда СССР һәм АҠШ властары Афғанстандың эске эштәренә ҡыҫылмау тураһында һөйләшеп килешә. 1988 йылдың майында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу башлана, ул 1989 йылдың 15 февралендә тамамлана.Афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Шуларҙан 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтмай.1988 йылдың 15 майында ғына сит илдәге граждандар һуғышынан совет ғәсҡәрҙәре сығарыла башлай. Ниһайәт, 1989 йылдың 15 февралендә һуңғы совет һалдаты Афғанистан сиген атлап сыға. Традицион рәүештә 15 февраль көнө – ул һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу ғына түгел, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү ҙә. Ошо йылдың 15 февралендә һуңғы совет һуғышсыһы Афған сиген атлап сыҡҡанға 31 йыл булды. Был көндө дәүләтебеҙ хаҡына көс һәм сәләмәтлектәрен, үҙ тормоштарын биргән кешеләрҙе иҫкә алабыҙ, тыныс тормошто һаҡлау өсөн теләһә ҡайһы минутта әҙер тороусы кешеләргә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Ошо Афғанистан сиген атлап сығыусы совет һалдаттарының береһе Фәхритдинов Иршат Юнир улы менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусылары менән осрашыу булып үтте.Юнир Иршат улы сығышы менән Ишимбай районынан, башланғыс белемде ауылында алғас, үҙененең бәләкәйҙән килгән хәрби кеше булыу хыялын бойомға ашырыу ниәте менән Омск ҡалаһының хәрби училещеһына уҡырға юл тота.Уҡыу йылындағы хәрби тормошо тураһында балаларға һәйләп ишеттерҙе, һуңынан Афғанға нисек итеп инеп китеүе һәм ундағы хеҙмәте тураһында төрлө –төрлө һуғыш ҡоралдарын күрһәтеп әңгәмәһен дауам итте,уларға спорт менә дуҫ булырға өгөтләне, егеттәргә хәрби юлды һайларға кәңәш бирҙе, уның бигерәк тә Афғанда хеҙмәт иткән йылдары тураһында һөйләүе балаларҙы тетрәндерҙе.Балалар һәр ҡоралды үҙ ҡулдары менән тотоп яҡындан таныштылар.
Утлы юлдар төҙәлмәҫлек яралар ҡалдырһа ла, Иршат Юнир улы хеҙмәт юлын Афғанда үтеүенә һис үкенмәй. Ысынлап та, ил именлеге өсөн һаҡта сәләмәтлеген юғалтыусыларға төкөрөп ҡараусы, ғәмһеҙлек тоҙағына ҡапҡан туң йөрәкле әҙәмдәрҙе киреһенсә йәлләргә генә кәрәктер. “Афған һуғышы һис мәғәнәһеҙ булманы, ил именлеге өсөн һәр һалдат үҙ өлөшөн лайыҡлы индерҙе”, – ти Иршат Фәхритдинов. Даръялай киң күңеле, уй-фекерҙәре, донъяға ҡарашы һәм сикһеҙ илһөйәрлек өлгөһө менән һоҡландыра шул совет мәктәбе тәрбиәһе алып, яуҙа һыналған ил батырҙары. Әммә уйсан күҙҙәрендә генә мөлдөрәмә һағыш…
Орден, миҙалдар менән бүләкләнгән һәм маҡтаулы грамоталарға лайыҡ булған Иршат Юнир улы бөгөнгө кәндә хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә бик актив тормош алып бара - спорт менән бик дуҫ. Осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡ барҙы, балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар ,егеттәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап һәм ҡунағыбыҙға иҫтәлекле бүләк тапшырыу менән тамамланды.Иршат Юнир улы уҡыусыларға яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙарын теләп хушлашты.Беҙ ҙә уға киләсәктә матур тормош, күңел тыныслығы теләп оҙатып ҡалдыҡ.
Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен!
Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын!
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тәрбиәсеһе –Бикмуллина Таңһылыу Зәкирйән ҡыҙы.