+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
6 Май 2021, 10:14

Йәҙгәр Газин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш

Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы Әйүпова Вәсиләнән хат-хәбәр.

28 апрель көнө Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә район кимәлендә Газин Йәҙгәр Нәҙир улы иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үтте. Был ярыш 7-се йыл рәттән мәктәп администрацияһы тарафынан үткәрелә. Күсмә кубок йыл һайын еңеүсе мәктәпкә тапшырылып килә.
Йәҙгәр Нәҙир улы хаҡында уның туғандары бына ни һөйләй:
–Бала саҡтан көрәш менән шөғөлләнде. Көрәш буйынса тренер булып эшләй башлағас та балаларҙы тәрбиәләүгә,милли көрәште үҫтереүгә бөтә көсөн һалды. Үҙенең балаларына яҡшы атай булды(ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын). Уның 1 улы 2 ҡыҙы бар. Улы Айҙар ҙа көрәшсе. Ул республика кимәлдә үткән милли көрәш буйынса бронзовый призёр.
Әйткәндәй уның уҡыусылары Газин Ильшат,Газин Юнир, Салаватов Ильнар ағайҙар милли көрәш буйынса спорт мастерҙары. Бөгөн дә Газин Ильшат абсолют чемпион исемен алды. Уларға тиңдәр юҡ. Ҡустыһы Айсыуаҡ та (50кг) үҙенең весовой категорияһында беренсе урын яуланы.
Йәҙгәр Нәҙир улының рухы ҡыуанып ҡайтҡандыр моғайын. Уның туғандары мәктәп директоры Ҡотлабаев Йәмил Ишбулды улына,тренерҙары Дәүләтшин Флюр Хәлил улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Шулай уҡ Мораҙым ауылының тренеры Гөлфиә Дамировна йәш кенә ҡыҙ уҡытыусы булыуына ҡарамаҫтан көслө 6 егет әҙерләп алып килгән,шуныһы аптыратты.
Ярышта Байназар, Иҫке Собханғол, Яуымбай, Мораҙым, Әтек һәм Ҡолғана ауылдарынан командалар ҡатнашты. Беҙҙең Байназар мәктәбенән Исламгулов Айназ 1-се урын (30кг араһында), Науразбаев Мансур 2-се урын(35 кг араһында), Хамитов Илһам 1-се урын(45кг араһында), Газин Айсыуаҡ 1-се урын (50кг араһында), Салаватов Марсель 1-се урын(55кг араһында), Карагулов Динислам 2-се урын(60кг араһында), Карагулов Ильмир 3-сө урын(65кг араһында), Малакаев Айтуған 1-се урын(70кг араһында) яуланы һәм өлкән йәштәр араһында Нургалин Динар 2-се урынға(70кг араһында) лайыҡ булды.
Камандалар араһында Байназарға 1-се урын, Әтек менән Иҫке Собханғолға 2-се урын, Мораҙымға 3-сө урын булды.
Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары араһында абсолют чемпион исемен Малакаев Айтуған алды, ә өлкән йәштәр араһында Газин Ильшат абсолют чемпион булып һыналды. Был ярышта Байназар мәктәбенә Газин Йәҙгәр Нәҙир улының күсмә кубогы тапшырылды.

Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы Әйүпова Вәсилә

Ғәлиә Газина фотоһы

Читайте нас: