-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
18 Май 2021, 14:42

Ғаилә тураһында иншалар

Беҙ татыу йәшәйбеҙ.Минең ғаиләм бик ҙур түгел. Атайым- Шамил, әсәйем- Алһфу, мин һәмһеңлем- Азалия . Атайым водитель булып эшләй, әсәйем һатыусы, һеңлембалалар баҡсаһына йөрөй. Беҙ татыу йәшәйбеҙ. Ял көндәрен тәбиғәттәүткәрергә яратабыҙ, баҡсала эшләйбеҙ. Урманға еләк , бәшмәк йыйырғайөрөйбөҙ, күлдә балыҡ тотабыҙ. Мин ғаиләмде бик яратам һәм ғорурланам.Байков Әҡсән,Ауырғазы районы,Талбазы башҡорт гимназияһының3-сө синыф уҡыусыһы. Татыу ғаиләмБеҙҙең ғаиләбеҙ ҙур . Ул алты кешенән тора. Атайым -Фидаил, әсәйем-Әлиә, һеңлеләрем - Ралина, Рината һәм Йәсминә. Атайым таксист булыпэшләй. Әсәйем әлегә өйҙә беҙҙең ҡайтыуға тәмле аш-һыуҙар әҙерләпһағынып көтөп тора. Һеңлем Ралина икенсе синыфта уҡый. Рината һәмЙәсминә балалар баҡсаһында йөрөй. Мин ғаиләмде бик яратам.Һеңлеләремде ҡарап, яҡлап, һаҡлап торам. Татыу ғаиләмде ғаилә көнөменән ҡотлайым. Барыбыҙға ла һаулыҡ теләйем.Радим Ибәтуллин ,Ауырғазы районы,Талбазы башҡорт гимназияһының3-сө синыф уҡыусыһы. Ғаиләм- ҡәлғәм.Беҙҙең татыу, дуҫ, тырыш ғаиләбеҙҙә 4 кеше. Минең әсәйемдең исемеЛиана. Декрет ялына тиклем почтала эшләй ине. Әлеге ваҡытта өйҙәбәләкәс һеңлемде тәрбиәләй. Әсәйем минең бик матур, һөйкөмлө һәмтырыш. Ул тәмле аштар бешерә, өйҙә таҙалыҡты тота. Әсәйем өйҙәбулғанда шул тиклем йылы һәм яҡты. Атайымдың исеме Алик. Ул иртәнәнкискә тиклем эштә йөрөй. Ғаиләбеҙҙе ҡайғырта. Эштән ҡайтҡас,малдарҙы ҡарай. Мин уға ярҙам итергә яратам. Тағы ла беҙҙең ғаиләнең иңкескәй, яҡты ағзаһы- ул минең һеңлем. Уның исеме Аделина. Уға әле ете айғына. Ул беҙҙе һөйөндөрөп тора. Яңы ғына алып ҡайтҡан йомшаҡ ҡынатик кенә ятҡан бәпес, тотоноп йөрөй, үҙ телендә һөйләшә, ҡысҡырып көлөп,уйынсыҡтары менән уйнап беҙҙе ҡыуандыра. Мин үҙ ғаиләмде бик яратам.Донъялағы барлыҡ балалар ҙа ата-әсәле , татыу ғаиләләрҙә үҫеүен теләйем.Карина Ғизәтуллина ,Ауырғазы районы,Талбазы башҡорт гимназияһының3-сө синыф уҡыусыһы. Гөрләтеп беҙ йәшәйбеҙ.Ғаиләм татыу ғаилә,Беҙ уйнайбыҙ, көләбеҙ.Бергәләшеп эшләйбеҙ,Рәхәтләнеп ял итәбеҙ,Гөрләтеп беҙ йәшәйбеҙ.Атайым һәм әсәйемБеҙҙе бигерәк һөйә.Ғаилә көнөндә минУларға рәхмәт әйтәм.Ғәлиева Әлиә,Ауырғазы районы,Талбазы башҡорт гимназияһының3-сө синыф уҡыусыһы. Ҙур һәм татыу ғаиләм Минең ғаиләм ҙур һәм татыу. Ул алты кешенән тора. Ғаиләлә иң кесеһемин. Иң өлкәне апайым Гөлсәсәк, ағайҙарым Дамир һәм Динар. Бушваҡыттарыбыҙҙы һәр ваҡыт бергә уҙғарырға тырышабыҙ. Атайым вахтаменән Себерҙә эшләй, ә әсәйем йорттоң тотҡаһы булып беҙҙе тәрбиәләпөйҙә тора. Апайым Өфөлә БДМУ-ла 3-сө курста уңышлы уҡып йөрөй.Ағайҙарым минең кеүек үк гимназияла белем алалар.Рафиҡов Айназ,Ауырғазы районы,Талбазы башҡорт гимназияһының3-сө синыф уҡыусыһы.

Беҙ татыу йәшәйбеҙ.
Минең ғаиләм бик ҙур түгел. Атайым- Шамил, әсәйем- Алһфу, мин һәм
һеңлем- Азалия . Атайым водитель булып эшләй, әсәйем һатыусы, һеңлем
балалар баҡсаһына йөрөй. Беҙ татыу йәшәйбеҙ. Ял көндәрен тәбиғәттә
үткәрергә яратабыҙ, баҡсала эшләйбеҙ. Урманға еләк , бәшмәк йыйырға
йөрөйбөҙ, күлдә балыҡ тотабыҙ. Мин ғаиләмде бик яратам һәм ғорурланам.
Байков Әҡсән,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф уҡыусыһы.
Татыу ғаиләм
Беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур . Ул алты кешенән тора. Атайым -Фидаил, әсәйем-
Әлиә, һеңлеләрем - Ралина, Рината һәм Йәсминә. Атайым таксист булып
эшләй. Әсәйем әлегә өйҙә беҙҙең ҡайтыуға тәмле аш-һыуҙар әҙерләп
һағынып көтөп тора. Һеңлем Ралина икенсе синыфта уҡый. Рината һәм
Йәсминә балалар баҡсаһында йөрөй. Мин ғаиләмде бик яратам.
Һеңлеләремде ҡарап, яҡлап, һаҡлап торам. Татыу ғаиләмде ғаилә көнө
менән ҡотлайым. Барыбыҙға ла һаулыҡ теләйем.
Радим Ибәтуллин ,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф уҡыусыһы.
Ғаиләм- ҡәлғәм.
Беҙҙең татыу, дуҫ, тырыш ғаиләбеҙҙә 4 кеше. Минең әсәйемдең исеме
Лиана. Декрет ялына тиклем почтала эшләй ине. Әлеге ваҡытта өйҙә
бәләкәс һеңлемде тәрбиәләй. Әсәйем минең бик матур, һөйкөмлө һәм
тырыш. Ул тәмле аштар бешерә, өйҙә таҙалыҡты тота. Әсәйем өйҙә
булғанда шул тиклем йылы һәм яҡты. Атайымдың исеме Алик. Ул иртәнән
кискә тиклем эштә йөрөй. Ғаиләбеҙҙе ҡайғырта. Эштән ҡайтҡас,
малдарҙы ҡарай. Мин уға ярҙам итергә яратам. Тағы ла беҙҙең ғаиләнең иң
кескәй, яҡты ағзаһы- ул минең һеңлем. Уның исеме Аделина. Уға әле ете ай
ғына. Ул беҙҙе һөйөндөрөп тора. Яңы ғына алып ҡайтҡан йомшаҡ ҡына
тик кенә ятҡан бәпес, тотоноп йөрөй, үҙ телендә һөйләшә, ҡысҡырып көлөп,
уйынсыҡтары менән уйнап беҙҙе ҡыуандыра. Мин үҙ ғаиләмде бик яратам.
Донъялағы барлыҡ балалар ҙа ата-әсәле , татыу ғаиләләрҙә үҫеүен теләйем.
Карина Ғизәтуллина ,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф уҡыусыһы.
Гөрләтеп беҙ йәшәйбеҙ.
Ғаиләм татыу ғаилә,
Беҙ уйнайбыҙ, көләбеҙ.
Бергәләшеп эшләйбеҙ,
Рәхәтләнеп ял итәбеҙ,
Гөрләтеп беҙ йәшәйбеҙ.
Атайым һәм әсәйем
Беҙҙе бигерәк һөйә.
Ғаилә көнөндә мин
Уларға рәхмәт әйтәм.
Ғәлиева Әлиә,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф уҡыусыһы.
Ҙур һәм татыу ғаиләм
Минең ғаиләм ҙур һәм татыу. Ул алты кешенән тора. Ғаиләлә иң кесеһе
мин. Иң өлкәне апайым Гөлсәсәк, ағайҙарым Дамир һәм Динар. Буш
ваҡыттарыбыҙҙы һәр ваҡыт бергә уҙғарырға тырышабыҙ. Атайым вахта
менән Себерҙә эшләй, ә әсәйем йорттоң тотҡаһы булып беҙҙе тәрбиәләп
өйҙә тора. Апайым Өфөлә БДМУ-ла 3-сө курста уңышлы уҡып йөрөй.
Ағайҙарым минең кеүек үк гимназияла белем алалар.
Рафиҡов Айназ,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф уҡыусыһы.
Читайте нас