+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
18 Май 2021, 14:24

Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты-олатайым!

Олатайҙар быуынына шулайЯҙған инде әсе яҙмыштар.Тик күрмәһен ине яңы быуын,Кеше йәнен ҡырған һуғыштар!

-Ошо шиғыр юлдары менән башлап ебәрәм мин хатымды, ҡәҙерле
“Аманат” журналын уҡыусы дуҫтарым. Эйе, беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ
иңдәренә һөйләп тә, яҙып та бөтөрмәҫлек һынау төшә.
Йыраҡ та һәм яҡын да кеүек беҙгә ул, ҡурҡыныс һуғыш йылдары...
Минең дә ҡарт олатайым, Тихонов Иван ғаиләһе менән бик бәхетле
генә йәшәп ятҡанда, күк йөҙөн ҡара болот ҡаплағандай, илдә ҡәһәрле
һуғыш башлана. Ҡарт олатайым һуңғы һулышына ҡәҙәр һуғыш яланында
ятып ҡалған яугир ир-егеттәрен, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, ҡәҙерләп иҫкә
алды.
Ҡарт олатайым, Тихонов Иван Афонасий улы 1941 йылда, 18 йәшендә
фронтҡа алына. Һалдат йәш булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йөкмәтелгән бөтә
эштәрҙе ғорур башҡара. Тыуған ил, Бөйөк Еңеү өсөн бер кем дә үҙенең
ғүмерен дә, көсөн дә аямай. Тихонов Иван Афонасий улы дүрт йыл һуғыш
утында аяуһыҙ дошманды тар-мар итә. Ҡарт олатайым Вегрияға тиклем
барып етә.Тик 1945 йылдың 16 мартында ҡаты яралана. Венгрия
госпиталендә ҡатмарлы операция үткәрә. Үкенескә ҡаршы, Бөйөк Еңеүҙе лә
шул госпиталдә ҡаршыларға туры килә. 1946 йылда ғына Тихонов Иван
Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ҡайтҡас та минең ҡарт өләсәйем менән
ғаилә ҡороп, оҙон-оҙаҡ йылдар тыуған халҡына, тыуған иленә тоғро хеҙмәт
итәләр, тәртипле ул һәм ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Ҡарт олатайым, Тихонов Иван мин һинең ейәнең, һинең менән
ғорурланам! Ғөмүмән, бөтә ветерандарыбыҙ алдында баш эйәм! Мин һеҙҙе
Бөйөк Еңеүҙең- 75 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайым һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ
рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ беҙҙең хәтерҙәребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡһығыҙ!
Читайте нас: