«Күңел» драма түңәрәгендә шоғөлләнеүсе сәхнә ветерандары Динә Канафина, Венера Эниева, Зилә Хажина яҙыусының «Сәғиҙәнең яҙмышы» исемле повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Уҡыусылар һәм китап һөйөүселәр шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. Башҡортостан, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Шәрәфетдинова Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Мөхөтдин Тажиның хикәйәләре, юлъяҙмалары менән таныштырҙы. Яҙыусының милли әҙәбиәтебеҙгә тоғролоғон билдәләне. Ижадсының бай, һутлы теленә, үҙенсәлекле сюжетҡа ҡоролған проза әҫәрҙәренә һоҡланыуын белдерҙе. Уның әҫәрҙәрен уҡығанда, үҙеңде лә шул ерҙә, тап әҫәрҙәге геройҙар менән бергә йөрөгәндәй, һөйләшкәндәй шул- йәки был ваҡиғалар эсендә бергә ҡайнағандай тояһың! – тине.