+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
19 Май 2021, 14:13

Беҙ уларҙың батырлығын онотмаҫҡа тейешбеҙ.

Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназия уҡыусыларынан хат

9 май-Бөйөк Еңеү көнө. Быйыл илебеҙ 76-сы тапҡыр еңеү яҙын ҡаршылай.
1945 йылдың 9 майында Совет ғәскәрҙәре фашист илбаҫарҙарын тармар
итеп илебеҙгә тыныслыҡ яуланы. Бәхеткә ҡаршы, беҙ һуғыш тураһында
китаптарҙан уҡып, кинофильмдарҙан ҡарап ҡына беләбеҙ.
Бөтә илебеҙ Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә. Беҙ, өсөнсө синыф
уҡыусылары синыф етәксебеҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлилова менән Еңеү
көнөнә етди әҙерләндек. Байрамға хикәйәләр ижад иттек, шиғырҙар яҙҙыҡ,
һүрәттәр төшөрҙөк, открыткалар яһаныҡ, “Батырҙар һәйкәле “ тигән бик
матур йыр өйрәндек, уны Еңеү паркында урынлашҡан тыуған яҡты яҡлап
алышҡан яҡташтарыбыҙға арналған һәйкәл янында ихлас башҡарҙыҡ. Ошо
йырҙы башҡарғанда беҙҙең тыныс тормош өсөн баштарын һалған яҡташ
һалдаттар күҙ алдынан үткән кеүек булды. Бәйләнештәр селтәрендә
уҙғарылған “ Минең кесе Ватаным” конкурсында Бөйөк Ватан һуғышында
ҡатнашҡан ҡарт олаталары тураһында синыфташым Әлмөхәмәтов Ислам
сығыш яһаны. Мин дә үҙемдең ҡарт олатайым Һәүбәнов Вәли Суфиян улы
һәм ҡарт өләсәйем Шаһиморатова Йәүһәрә Ғәбиҙулла ҡыҙы тураһында
мәғлүмәт туплап конкурста ҡатнаштым.
Синыфташтарым Мәүлитов Артем, Липова Дарина, Ибәтуллин Радим
Еңеү көнө тураһында бай йөкмәткеле шиғырҙарҙы тасуири теп ятлап
һөйләнеләр. Брагина Снежанна, Ғизәтуллина Карина, Мәүлитов Айгиздәрҙең
һүрәттәре бик сағыу килеп сыҡты.
Районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк китапханаһында
китапханасы Гүзәл Кәүсәр ҡыҙы Ауырғазы районынан сыҡҡан яугир
яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙе, балалар өсөн һуғыш
тураһында китаптар менән таныштырҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы , Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл
кәмей.
Беҙ, йәш быйын, уларҙың батырлыҡтарын белергә һәм онотмаҫҡа
тейешбеҙ.
Гәлиева Әлиә
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф уҡыусыһы.
Еңеү көнө
Бөгөн 9 май -
Бөйөк Еңеү байрамы!
Зәңгәр күктән ҡояшҡай
Йылмайып баҡҡан төҫлө.
Яугирҙар миҙалдарын
Түштәренә таҡтылар.
Кешеләр сәскәләр тотоп
Һйкәлдәргә барҙылар.
Ветерандар һуғышта
Булғандарын һөйләне
Уларға оло рәхмәт
Бар тереклек еткерҙе.
Ғизәтуллина Карина,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф уҡыусыһы.
Дошмандарҙан һаҡланы
9 май көнөндә
Бөйөк Еңеү байрамы!
Беҙҙең яҡты киләсәккә
Олатайҙар Тыуған илен
Дошмандарҙан һаҡланы.
Рафиҡов Айназ,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
3-сө синыф
уҡыусыһы.
Читайте нас: