+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
2 Июнь 2021, 16:06

Әкиәтле баласаҡ илендә

Баймаҡ балалар модель китапханаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан сағыу тамаша ойошторолдо, тип яҙа беҙгә Айгөл Иҙелбаева, “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе.

Баймаҡ балалар модель китапханаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан сағыу тамаша ойошторолдо. Өләсәй ролендә баш китапханасы Гөлназ Сабирова ҡатнашыусы балаларға төрлө уйындар үткәрҙе, ҡыҙыҡлы, күңелле интеллектуаль һорауҙар бирҙе, әкиәт жанрының нескәлектәре менән таныштырҙы. Был тәңгәлдә уға тылсымлы һандыҡ ярҙамға килде.
Сараның икенсе өлөшөндә Халыҡ-ара Туған телдәр көнө һәм шағир Сафуан Әлибайҙың тыуыуына 80 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубы иғлан иткән “Борон-борон заманда...” әкиәттәр һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы менән берлектә Өфө Балалар ижады йорто ойошторған “Лукоморье” XII асыҡ балалар әҙәби конкурстарына йомғаҡ яһалды. Әйткәндәй, “Борон-борон заманда...” әкиәттәр конкурсына ҡала һәм район мәктәптәренән килгән 35 әкиәт Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Союзы менән берлектә Өфө Балалар ижады йорто ойошторған “Лукоморье” XII асыҡ балалар әҙәби конкурсына ла ебәрелде. Конкурстың һөҙөмтәләре бик тә ҡыуаныслы - 2 уҡыусы призер, 6 уҡыусы дипломант булды, уларҙың әкиәттәре Өфө ҡалаһында сыҡҡан "Әкиәттәр һандығы" исемле йыйынтыҡта донъя күрҙе. Күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфөлә “Лукоморье” конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Унда республиканың 43 районы һәм 6 ҡалаһынан, Ҡырым Республикаһынан вәкилдәр ҡатнашты. Баймаҡ районынан "Игебай мәктәбе" клубы ағзалары булған 8 уҡыусының дүртәүһе барып, бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
Балаларҙы яҡлау көнөндә ошо ике конкурста ла көсөн һынап ҡараған 35 автор һәм уларҙың етәкселәре (15 уҡытыусы һәм 2 китапханасы) ҡатнашты. “Лукоморье” конкурсында башҡорт телендәге эштәрҙе ҡараған, “Әкиәттәр һандығы” йыйынтығын төҙөгән яҡташ шағирә Лилиә Ҡәйепова бәйгелә ҡатнашҡан балаларға ҡарата үҙенең фекерҙәрен еткереп уңыштар теләгән аудиояҙма ебәрҙе.
Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең иң әүҙем ағзаларының береһе - 11 китап авторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бихисап район һәм республика конкурстары лауреаты Рәйсә Иҫәнбаева, үҙе лә әкиәт жанрында ла ижад итеүсе автор булараҡ, йәш ижадсыларға үҙенең фатихаһын бирҙе, теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.
Был уҡыусыларҙы тәүге уңыштары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Әкиәт менән дуҫ булығыҙ, киләсәктә шиғыр ҙа, хикәйә лә, драма әҫәре лә, хатта роман да яҙырға насип булһын, тип теләйбеҙ. Әлбиттә, барығыҙ ҙа яҙыусы булып китмәҫ, әммә йөрәгендә ижад нуры йәшәгән кешенең күңеле лә матур була. Ижади уңыштар һеҙгә!
Айгөл Иҙелбаева, “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе.
Читайте нас в