-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
13 Август 2021, 12:30

"Аманат"тың йәш хәбәрселәренең уңыштары

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе, БДИ имтихандары буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүсе Гөлназ Ишемғужина Башҡортостандың Медицина университетында теш табибы һөнәрен үҙләштерәсәк! ҠОТЛАЙБЫҘ!

"Аманат"тың йәш хәбәрселәренең уңыштары
"Аманат"тың йәш хәбәрселәренең уңыштары

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусыһы, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Гөлназ Ишемғужина, урыҫ һәм химия фәндәренән БДИ имтихандарын тапшырып, икеһенән дә 100-әр балл йыйғайны.

7-се синыфҡа тиклем Гөлназ Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбендә белем ала. 1-се синыфтан – яҡшы билдәләренә генә өлгәшә. 9-сы синыфта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика туры еңеүсеһе була. 11 синыфта ӨДНТУ олимпиадаһында һәм “Медицинаға һәләтлелек” (“Призвание медицина”) БДМУ олимпиадаһында химия һәм биология буйынса беренсе урындар яулай.

Иғтибарығыҙға Гөлназ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

БДИ-ға үҙаллы, әллә репетитор ярҙамында әҙерләндеңме?

—Гимназияла уҡытҡан уҡытыусыларым менән бергә әҙерләндем. Үҙаллы бик күп шөғөлләндем, үҙ-үҙемә марафондар ойошторҙом. Мәҫәлән айына 100 мәсьәлә сисергә, ай буйы  көн дә бер инша яҙырға, йәки, урыҫ теленән көнөнә 300 эш. Минең уйлауымса, нәҡ ошо күнекмәләрем ярҙам иткәндер.

—Бындай юғары һөҙөмтәләрҙе үҙеңә маҡсат итеп ҡуйғайныңмы?

— Химиянан 100 балл булырын көтә инем. Был фән менән күптән, 8-се синыфтан алып ҡыҙыҡһынам. Имтихандарға әҙерләнеүгә, ысынлап та, күп көс һалдым. Ә бына урыҫ теленән 100 балл – минең өсөн аптырарлыҡ хәл булды! 11 синыфҡа тиклем был предмет менән артыҡ ҡыҙыҡһынманым, сөнки урыҫ теле еңел бирелде. Үткән ноябрь айҙарында, миңә ул кәрәк тип, бик етди әҙерләнергә тотондом. Бушлай курстарға яҙылдым, бөтөн ҡағиҙәләрҙе яңынан уҡып сыҡтым. БДИ буйынса иң күп тигәндә 85 балл йыйырмын тип өмөтләнгәйнем. Инша буйынса ла икеләнеүҙәрем бар ине. Әммә, көтөлмәгәнсә, яҡшы килеп сыҡты.

—Туғандарың, уҡытыусыларың, синыфташтарың, дуҫтарың ҙур еңеүеңә ифрат та ҡыуанғандыр?

— Барыһы ла хатта минән дә нығыраҡ шатланғандарҙыр әле. Шулай ҙа был уңышымды һалҡын ҡанлылыҡ менән үткәреп ебәрергә тырыштым, сөнки икенсе көнө биологиянан экзамен бирәһем бар ине.

— Уҡырға ҡайҙа барыуың, табип һөнәрен һайлауың тураһында үҙеңә асыҡланыңмы?

— Эйе, теш табибы булырға теләйем. Мәскәүҙең И.М. Сеченов исемендәге Медицина университетына ла инеү мөмкинлегем бар ине. Шулай ҙа, Башҡорт медицина университетында уҡырға ҡалырға ҡарар иттем.

—“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе булараҡ, һин тағы ла нимәләр менән мауығаһың?

— Бейеү, еңел атлетика менән шөғөлләнәм, видеолар монтажларға, тегенергә, төрлө торттар бешерергә яратам. “Аманат” журналының, “Йәншишмә”нең йәш хәбәрсеһе булараҡ, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙам.

—Тиҫтерҙәреңә ниндәй кәңәштәр бирер инең?

— Мәктәп уҡыусыларына БДИ-ға әҙерлекте алдан, 10-сы синыфта уҡығанда уҡ башларға бик тә кәңәш итәм. Тик даими әҙерлек һәм уҡыуҙар ғына яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, ихтыяр көсө, сыҙамлылыҡ, түҙемлелек тәрбиәләнә. Киләсәк тормошобоҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Яҙмышыбыҙ хужаһы ла тик үҙебеҙ. Иғтибарҙы төп эш – уҡыуҙан –  ситкә йүнәлтеп, күңелеңә ятҡан икенсе берәй эш менән шөғөлләнеп алыу һәйбәт. Мин үҙем ваҡыты-ваҡыты менән машина йөрөтөргә өйрәнергә дәрестәр алдым.

— Уҡытҡан уҡытыусыларыңа бик тә рәхмәтлеһеңдер?

— Химия уҡытыусыһы Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы Рамаҙановаға һәм урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән Зифа Зыя ҡыҙы Искәндәроваға, һәр башланғыста күтәрмәләп тороусы, кәңәштәре менән йүнәлеш биреүсе минең өсөн үрнәк, терәк-таянысым булған атай-әсәйемә сикһеҙ ҙур рәхмәттәремде әйткем килә.

Гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа юғары уңыштарға өлгәшеүсе уҡыу алдынғыһы Гөлназ Ишемғужина  Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты ла. Тырышлыҡ менән яуланған әлеге уңыштарың киләсәккә осоу һыҙаты булып, алдыңа түшәлһен!  Аҡ юл һиңә, Гөлназ!

Башҡортостанда 100 балл йыйған 49 эш: 22 – урыҫ теленән, химиянан – 14, географиянан – 7 , математиканан – 4, әҙәбиәттән – 2.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.

"Аманат"тың йәш хәбәрселәренең уңыштары
"Аманат"тың йәш хәбәрселәренең уңыштары
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас