-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
1 Сентябрь 2021, 09:00

Белем көнө менән һеҙҙе, дуҫтар!

Яңы уҡыу йылы уңышлы, мауыҡтырғыс, яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын!

Белем көнө менән һеҙҙе, дуҫтар!
Белем көнө менән һеҙҙе, дуҫтар!

БЕЛЕМ КӨНӨ
Ағыла сәскә тулҡыны
Мәктәпкә табан.
Осам мин дә. Аяҡ аҫтын
Тоймай ҙа табан.
Аҡтан, күктән кейенгәндәр
Малайҙар, ҡыҙҙар.
Мәктәп алды гөрләп тора,
Яңғырай йырҙар.
Зыңлап китә еҙ ҡыңғырау,
Әйҙәй үрҙәргә.
Уҡытыусым! Күпме хәстәр
Һинең күҙҙәрҙә.
Бүлмәләргә буяу һеңгән,
Был минең парта?
Ялт итеп тора иҙәндәр,
Ялтырай таҡта.
Уҡытыусым кәңәш бирә,
Әйтә бер теләк:
“Маҡсаттарға етер өсөн
Түҙемлек кәрәк!”
Ошо матур, яҡты көндө
Көтәбеҙ һанап.
Белем көнө хыялдарға
Ҡуя ул ҡанат.
(Г.Ҡотоева)

СЕНТЯБРЬ
Сентябрь килә ергә,
Үҙе йылмайып көлә,
Ҡосағы тулы сәскә,
Үҙе тулыша йәшкә.
Ҡоштарға болғай ҡулын,
Яҡтырта ул Ҡош юлын.
Алтынға мана ерҙе,
Кем көтә сентяберҙе?
Балалар көтә,
Балалар
Ҡоштай талпына, ана.
Ҡулдарында уттай ҡыҙыл,
Алһыу сәскәләр яна.
Беренсе сентябрь көнө
Аса ишеген мәктәп.
Балалар ағыла унда
Шау-гөр килеп, күмәкләп.
Белем көнө – сентяберҙең
Иң яҡты иртәһе ул.
Балалар, таңдан уянып,
Мөғжизәгә ала юл.
(Г.Ҡотоева)

1 СЕНТЯБРЬ
1 сентябрь тыуа
Үҙе башҡа йәм менән.
Туй-туй бөгөн, белем туйы,
Туй итәбеҙ ғәм менән.
Бар тәбиғәт уңыш йыя,
Ә мәктәптә - яҙ кеүек,
Ҡайҙа баҡма - гөл-сәскәләр,
Сәселә тик наҙ кеүек.
Яҙҙағылай эш башлана,
Орлоғо белем-ғилем,
Белемле бит иленең дә
Ныҡлыраҡ итә билен.
Ил-йорт өсөн ябай түгел,
Оло байрам ул - ысын!
Һәм был көндә һәр бер кеше
Күпмегәлер уҡыусы...
(Г.Ситдиҡова)

ҠЫҢҒЫРАУЛЫ ИРТӘ
Бына тағы юл-һуҡмаҡтар
Мәктәпкә ҡарай илтә:
- Һаумы, сентябрь иртәһе –
Ҡыңғыраулы саф иртә!
Был иртәлә бар йәнлелек,
Йәмлелек күсеп килде,-
Мәктәп алды, әйтерһең дә,
Сәскәле болон инде.
Беренселәр алға баҫҡан,
Иң кескәй дуҫтар улар:
Унынсылар сәскә һуҙа,
Теләп хәйерле юлдар.
Ал таҙмалы ҡыңғырауҙан,
Күңелде арбап, әйҙәп,
Моң таралды тирә яҡҡа:
- Һаумы, һөйөклө мәктәп!
(Б.Ноғоманов)

ИҢ МАТУР КӨН
Сентябрҙә иң матур көн —
Ул беҙҙең белем көнө.
Ошо көндө көтә-көтә
Сәскә атҡан һәр гөлө.
“Телем, Илем, Дуҫлыҡ, Ерем…”
Беҙ шиғырҙар ятлайбыҙ,
Иҫәп-хисапты беләбеҙ —
Компьютер аса серен.
“Әсәй, атай, Ватан,” — тиеп
Теҙәбеҙ матур һүҙҙәр,
Үҙебеҙсә уҡығанда
Нурланып китә йөҙҙәр.
(Ф.Ғөбәйҙуллина)

БЕЛЕМ КӨНӨ
Сентябрҙең иң башында
Саҡыра белем көнө,
Ә унан һуң йыл буйына
Уҡыйбыҙ көнөн-төнөн.
Йыл буйына белем биреп,
Беҙҙең башты ваталар,
Ә ниңә ул бер генә көн
Улай тиеп атала?
Әллә инде был белемгә
Бары тик бер көн ҡалған?
Шуға күрә беренсе көн
Бына шулай аталған?
(Ә.Ғаязов)

БЕЛЕМ КӨНӨ
Беренсе сентябрь. Бөгөн ғәжәп:
Урамдарҙа — шау-гөр, йәнлелек.
Ҡайҙа бар ул, ҡайһы илдә донъя
Күреп тора шундай йәмлене?!
Ал-ҡыҙыллы сәскә — сабыйҙарҙа,
Урамдарға сәскә һибелгән.
Көләс йөҙҙәр, шат тауыштар яңғырай,
Һәр бер бала ҡупшы кейенгән.
Ҡояш көлә. Көҙгө ҡояш көлә,
Ниндәй ғәзиз һары нурҙары!
Ҡотлай ҡояш Белем көнө менән
Ватанымдың ул һәм ҡыҙҙарын.
(К.Кинйәбулатова)

БЕРЕНСЕ СЕНТЯБРЬ
Һары япраҡтарын елпеп,
Сентябрь килде беҙгә.
Эй йылмаялар балалар,
Шатланып алтын көҙгә.
Яңы портфель тотоп ҡулға,
Яңы формалар кейеп,
Дәртле баҫып, урамдарҙан
Үтә улар, гөр килеп.
Килә балалар көс йыйып
Яңы хеҙмәткә, эшкә.
Бар теләктәре уларҙың
Уҡырға дүрткә, бишкә.
(Ф.Рәхимғолова)

ШАТЛЫҠЛЫ ИРТӘ
Бөгөн тәүге көҙ айы,
Ниндәй шатлыҡлы иртә!
Ҡояш, ихлас йылмайып,
Беҙҙе бит тәбрик итә.
Хуш киләһең, сентябрь –
Уҡыу йылының башы!
Дәрестәргә саҡырып
Сыңлай звонок тауышы.
Көнгә янған йөҙөбөҙ
Шатлыҡлы, ҡыуаныслы.
Дәртләнешеп атлайбыҙ,
Аҙымдар ышаныслы.
Ҡанатланып, күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
- Һаумы, һөйөклө мәктәп,
Ал беҙҙе ҡосағыңа!
(С.Муллабаев)

МӘКТӘП ЮЛЫ
Ерҙә, күктә, диңгеҙҙәрҙә -
Был донъяла юлдар тулы.
Тик барынан яҡыныраҡ,
Ҡәҙерлерәк мәктәп юлы
Бына тағы еҙ ҡыңғырау
Иртүк сыңлап һөрән һала.
Ошо юлдан тағы атлай,
Сәскә тотоп, күпме бала.
Сәскә төҫлө яҡты ғүмер
Һәр бер әсә теләп ҡала.
Сәскәләй саф уйҙар менән
Уҡытыусы ҡаршы ала.
Ер аҫтында, ер өҫтөндә
Күпме юлдар – таҫма һымаҡ,
Диңгеҙҙәрҙе ярып үтә,
Йондоҙҙарға илтә һуҡмаҡ.
Башлана һуң улар ҡайҙан?
Улар башы – мәктәп юлы,
Ул – тынғыһыҙ белем юлы.
Һәр кем изге күрә уны.
(С.Әлибаев)

СЕНТЯБРЬ ЕТТЕ
Мәктәптәр ишеген асҡан,
Сентябрь етте.
Аҙмы уны шат балалар
Һағынып көттө.
Ләләгә лә алты тулды,
Уҡырғы бара.
Урамға сыҡҡас та, бер аҙ
Аптырап ҡала.
Ниндәй күп икән беҙ, ти ул,
Йылмая үҙе.
Ашыға-ашыға атлай,
Эй ғорур йөҙө.
(К.Кинйәбулатова)

Белем көнө менән һеҙҙе, дуҫтар!
Белем көнө менән һеҙҙе, дуҫтар!
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас