+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
23 Сентябрь 2021, 18:14

"Алтын көҙ биҙәктәре" кисәһе

Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауыл мәҙәниәт йортонда "Алтын көҙ биҙәктәре" исемле кисә булып үтте, тип хәбәр итә беҙгә Элиза Сөләймәнова.

"Алтын көҙ биҙәктәре"  кисәһе
"Алтын көҙ биҙәктәре" кисәһе

Үрген ауыл мәҙәниәт йортонда "Алтын көҙ биҙәктәре" исемле кисә булып үтте. Өҫтәлде сәскә гөлләмәләре, йәшелсәләрҙән эшләнгән ҡул эш эштәре, һүрәттәр биҙәне. Сара барышында көҙ тураһында шиғырҙар, йомаҡтар, сәскә исемдәре буйынса һорауҙар, көҙгө эштәргә бәйле мәҡәлдәр яңғыраны. Мин баклажандан пингвин эшләп алып барҙым. Беҙгә бик оҡшаны. Рәхмәт ойоштороусыларға!

Элизә Сөләймәнова

"Алтын көҙ биҙәктәре"  кисәһе
"Алтын көҙ биҙәктәре" кисәһе
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: