-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
29 Сентябрь 2021, 08:56

Бөгөнгө көн - тарихта

Бөтөн донъя бөгөн ниндәй байрамдар билдәләй?

Бөгөнгө көн - тарихта
Бөгөнгө көн - тарихта

Был көн тарихта:

Өфөлә киң публика өсөн тәүге киносеанс үтә (1901)
Санкт-Петербургта беренсе трамвай йөрөй башлай (1907)
Джон Рокфеллер беренсе миллиардер була (1916)
Маяҡта радиация фәжиғәһе (авария) була (1957)

Тыуған көндәр. шағир-импровизатор, Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне Исмәғилев Сәйет Әхмәт улы, әҙәби псевдонимы Йәрми Сәйете (1884 — 19.10.1972) һ.б.

Байрамдар.
Бөтә донъя ЙӨРӘК көнө



Һөнәри байрам.
Отоларинголог көнө

Рәсми булмаған байрамдар.
Көҙгө яңғыҙаҡтар көнө
Тағы бер әхирәт көнө 
Печенье көнө

АҠШ-та ҡәһүә, Брунейҙа Конституция, Аргентинала Уйлап сығарыусылар көнө, ә бөтөн донъя бөгөн ЙӨРӘК көнөн алҡышлай.
Һәр тере йәндең йӨрӘге тибә, беҙ яҡындарыбыҙҙың ЙӨрәК тибешен тоябыҙ 
ЙөРӘгебеҙ тыуған ИЛебеҙ, ТЕЛебеҙ тип типкәндә, мӨхӘБбәТ һәм иЗГеЛек менән тулғанда, Хоҙайҙың һәр көнө МАТУР кисерештәргә БАЙ булһын!

 

ЮБИЛЕЙ БЕШЕРМӘҺЕ (ПЕШЕНЙӘ)

Төшкөһөн тәмләп кенә сәй эсеп ултырғанда (үҙегеҙ беләһегеҙ, башҡорттоң сәй эсмәһә, күңеле булмай бит инде!), беҙҙең Йылайыр халҡы һөйләшендәгесә, ҡушып эсеп (йәғни ашап) ултырған печеньемдың яҙыуы күҙемә салынды. Мин үҙем электән яратып ашаған теге бөтә Рәсәйҙә билдәле "Юбилей" пешенйәһе икән тип һатып алғайным, ә ул үҙебеҙҙеке икән!
Был эште башҡарған кешеләргә ҙуууур рәхмәт! Беренсенән, Башҡортостанды пропагандалайҙар, икенсенән, үҙенә күрә ребус һымаҡ та ул. Мәҫәлән, тәүҙә һорау тыу: кемдең, йәки нимәнең юбилейы? Башҡортостандыҡымы, әллә Рәсәйҙекеме? Улай тиһәң, Рәсәй тигән ил Петр батша заманында барлыҡҡа килгән, уға тиклем Мәскәү дәүләте булған, ә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы 2019 йылда булды. Ә анау, Башҡортостандан Рәсәйгә табан төбәлгән ике уҡ нимә аңлата һуң? Әәә, улар бит Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуын аңлата! Үәт баш та һуң үҙҙәрендә был кондитерҙарҙың! Башҡорт ырыуҙары, йәғни Башҡортостан Рәсәйгә, йәғни Мәскәү дәүләтенә 1557 йылда ҡушылған. Тимәк, 2017 йылда был бик мөһим ваҡиғаға 460 йыл булған, ә хәҙер инде - 2021 йыл! Һуң быйыл - 464 йыл да баһа! Әәәй, был кондитерҙар пешенйә бешергестең клишеһын алмаштырырға онотҡан бит!
Ә шулай ҙа бик күңелгә ятышлы пешенйә булды был, Башҡортостан тип яҙылған печеньены ғүмерҙә лә ашағаным юҡ ине. Килеп тороп, үҙе тәмле лә бит әле... (Быныһы Сибәғәт дуҫҡа яуап булды!)
Ярай, һандарын киләһе йыл, 465 йыллыҡҡа бер юлы алмаштырырҙар әле. Шундай рухты күтәргес пешенйә бешергәндәре өсөн уларға рәхмәттән башҡа бер һүҙем дә юҡ.
Тик бына күңелгә лә, ҡорһаҡҡа ла май булып ятҡан был ризыҡтың тиҙ арала осона сыҡтым да, тағы барып алайым тиһәм, ҡайҙан һатып алғанымды онотҡанмын да ҡуйғанмын! һеҙ күргәнегеҙ юҡмы берәй ерҙә? Булһа, миңә лә яҙып ебәрегеҙ әле!
Әйткәндәй, печенье башҡортса нисек була ул? Нисә йыл пешенйә ашап йәшәйбеҙ, әммә уның башҡортса атамаһын тел ғалимдарыбыҙ һаман уйлап сығармаған. Әйҙә, үҙебеҙ уйлап сығарайыҡ та ҡуяйыҡ! "Печенье" бит "бешереү" мәғәнәһе менән бәйле. Хатта "печь" менән "беш" тигән һүҙҙәрҙең тамырҙары ла уртаҡ. Тимәк, ПЕЧЕНЬЕ башҡортса БЕШЕРМӘ була бит! Үәт баш та һуң үҙем дә!.. 😁 Ә беҙ бала саҡта ПЕШЕНЙӘ тип йөрөгән булдыҡ! Бешермәгеҙ тәмле булһын, иптәштәр! Юҡ, мин бешермәгеҙ тип әйтмәйем, бешерегеҙ, тик бешермә бешерегеҙ! Ҡыҫҡаһы, аңланығыҙ инде!... Башҡорттоң һөйләше бай ҙа, ябай ҙа бит, теге нейҙе нейтһәң нейтелә лә ҡуя! 

Бөгөнгө көн - тарихта
Бөгөнгө көн - тарихта
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: