+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
23 Ноябрь 2021, 15:36

Йырлы-моңло "Килер бер көн" кисәһе

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернаты 9 синыф уҡыусыһы Сара Истәкова яҙа.

Йырлы-моңло "Килер бер көн" кисәһе
Йырлы-моңло "Килер бер көн" кисәһе

Күптән түгел Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған йырлы-моңло "Килер бер көн" тип аталған кисә үтте.Башҡорт шиғриәтенең даны һәм иманы булған Рәми Ғарипов әҫәрҙәре беҙҙе был кисәгә рухташ итеп, замандаш итеп бергә йыйҙы.Тап ошо кисәлә беҙ Башҡортостандың кино сәнғәтендә тыуған Рәми Ғарипов образын күрҙек һәм шағир көндәлеген асып уның яҙмышына һәм шиғриәт донъяһына сумдыҡ.
Сара сағыу концерт сығыштарына бай булды.Шиғырҙарҙы тыңлап, илап та, йырҙарға ҡушылып йырлап та алдыҡ.Бигерәк тә "Тамыр" йыр ансамблең, Нәркиз Янтуриндың, "Ҡарауанһарай" фольклор- халык эстрада ансабленең һәм актёр Рәмзил Сәлмәновтың сығыштары оҡшаны.
Тамаша күңел асыу өсөн генә ҡоролмаған,ә бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре аша уның уй-фекерҙәрен,васыятын халыҡҡа еткерегә тәғәйенләнгән.Был кисәлә залда ултырған бар халыҡ—йәше лә, ҡарты ла һәм беҙ, шағирҙың исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары, Рәми телендә һөйләштек.
Иң иҫтәлеклеһе булып Рәми Ғариповтың улы-Азамат Ғарипов менән осрашыу булды.Класташтарым менән бөйөк шәхестең үҙе менән танышҡандай ҡыуандыҡ.
Ошондай онотолмаҫ хәтирәләрҙе беҙгә бүләк иткәндәре өсөн класс етәксеһе Хилажева Рәйлә Хәйҙәр ҡыҙына һәм тәрбиәсебеҙ Туйсина Василә Әхәт ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Сара Истәкова
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернаты 9 синыф уҡыусыһы.

Йырлы-моңло "Килер бер көн" кисәһе
Йырлы-моңло "Килер бер көн" кисәһе
Йырлы-моңло "Килер бер көн" кисәһе
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Теги:брги
Читайте нас: