+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
6 Ғинуар 2022, 14:25

Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ

Баймаҡ районының Йомаш ауылы мәктәбенең 2 синыф укыусыһы Биктимерова Зөлхизән хат.

Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ
Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде. Ә.Әлибаев исемендәге Йомаш урта мәктәбендәлә музей бар.Музей 2007 се йылдан алып эшләй.Етәксеһе тарих укытыусыһы Тимербулатов Рәсүл Мират улы .Ул укыусылар менән берлектә экспонаттар йыйып музей барлыкка килтерә. Беҙ 2,4класс укыусылары класс етәксебеҙ Барлыбаева Әлиә Исмәғил етәкселегендә музейҙы барып күрҙек. Музей бигүк ҙур булмаған бүлмәлә урынлашыуға ҡарамаҫтан, бында тематик күргәҙмәләр, саралар үткәрелеп тора,түңәрәктәр эшләй.Музей етәксеһе Тимербулатов Рәсүл Мират улы беҙҙе ихлас каршы алды.Укыусыларға файҙалы мәғлүмәттәр еткерҙе.Уҡыусылар үҙҙәрен кыҙыкһындырған һорауҙар бирҙеләр.Сәйәхәт бик файҙалы булды,укыусылар иғтибар менән тыңланылар. Иҫтәлеккә фотоға төшөп,кыуанышып таралыштыҡ.Тарихты һаклаусы усағыбыҙ һүнмәй оҙак эшләһен.

Баймаҡ районы Йомаш ауылы 2 класс укыусыһы Биктимерова Зөлхизә.

Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ
Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ
Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ
Музей – тарихты һаҡлаусы усаҡ
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Теги:баймаҡ
Читайте нас: