+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
10 Ғинуар 2022, 16:48

Ҡышҡы каникулдарым күңелле үтте!

Ошондай матур көндө өйҙә нисек түҙеп ултырмаҡ кәрәк? Өс һеңлемде эйәрттем дә...

Ҡышҡы каникулдарым күңелле үтте!
Ҡышҡы каникулдарым күңелле үтте!

Ҡышҡы каникулдар

Ҡышҡы каникулдарҙа,

Дәрестәрҙән арындыҡ,

Саңғы, сана шыуҙыҡ беҙ,

Күңелле ялдар иттек.

Көтөп алған ҡышҡы каникулдар ҙа үтеп китте. Мин ҡыш миҙгелен ныҡ яратам,

сөнки ҡыш көнө мөғжизәле Яңы йыл байрамы етә. Декабрь башында уҡ

ғаиләбеҙ менән байрам биҙәге йәшел шыршыны матур итеп биҙәп ҡуйҙыҡ.

Һеңлеләрем менән Ҡыш бабайҙан Яңы йыл бүләктәрен түҙемһеҙлек менән көттөк.

Ҡыш көнө һауаның сафлығы, мамыҡтай итеп яй ғына ҡар яуыуы,

ағастарҙың аҡ шәлдәрен ябыныуы бигерәк матур күренеш. Күңелдә хатта шиғыр

тыуа. Ошондай матур көндө өйҙә нисек түҙеп ултырмаҡ кәрәк? Өс һеңлемде

эйәрттем дә тау шыуырға киттек. Быйыл үҙәк шыршы айырыуса матур

биҙәлгән, боҙҙан йыл хужаһы юлбарыҫ та эшләнгән. Төрлө төҫтәге

герляндалар боҙ майҙансығын тағы ла матурлай. Рамина, Радмила, Йәсминә

һеңлеләрем күңелле ялдан бик ҡәнәғәт булды. Биттәре лә ҡыҙарып,

алһыуланып китте. Рәхәтләнеп ял итеп, фотоға төшөп ҡайттыҡ. Ҡышҡы

каникул күңелле һәм файҙал үтте.

Радим ИБӘТУЛЛИН,

Ауырғазы районының

Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

Ҡышҡы каникулдарым күңелле үтте!
Ҡышҡы каникулдарым күңелле үтте!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: