+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Ғинуар 2022, 16:54

Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!

Ғафури районы Йөҙимән ауылынан килгән хат-хәбәр. Фәнилә Иҙрисова яҙа:

Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!
Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!

Ҡыш көнө лә, ялҡауланмаһаң, рәхәтләнеп эшләргә лә, ял итергә лә була. Ҡар һәм боҙҙан төрлө һын, ҡаласыҡ төҙөргә, лабиринттар, тауҙар өйөргә, һырғалаҡ эшләргә була. Бик булмаһа, йылға өҫтөн ҡаплаған боҙҙо таҙартһаң – әҙер һырғалаҡ, бейек тауға юл һалһаң – тюбинг трассаһы. Аҙаҡ инде саф һауала рәхәтләнеп ял итергә мөмкин.  

Ошо кɵндəрҙə Йөҙимән мәктәбе башланғыс  синыфтары ғинуар  айының  оҙайлы  каникулында байрам ялы үтте.  Уkыусыларҙы  айырым   командаларға  бүлеп,  “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” девизы аҫтында үткән байрамда  үҙенсәлекле спорт ярыштарын Лилиә Әхəт kыҙы бик оҫта  ойошторҙо. Оҙон һәм ҡыҫҡа араға йүгереү, ҡулса аша үтеү, сәкән менән туп йөрөтөү, бүтән төрлө ҡаршылыҡтарҙы уҙыу һәм башҡа ярыштар уҙҙы.

Ҡыҫҡаһы, ваҡытты һәр кем файҙалы үткәрҙе. Байрам күтәренке кәйеф һәм рух менән тамамланды. Бит остары алһыуланған, күҙҙәре янып торған, ирендәренән йылмайыу китмәгән балалар саф һауала ял итеп кенә ҡалманы, сәләмәтлеген нығытты.

Фəнилə Иҙрисова. Ғафури районы, Йөҙимән  ауылы.

Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!
Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!
Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!
Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: