0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
3 Февраль 2022, 13:12

Агитбригада «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо»

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған СЦЕНАРИЙ.

Агитбригада «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо»
Агитбригада «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо»

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Агитбригада «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо»

Сценарий

Максат. Балаларҙы һәм ата-әсәйҙәрҙе туған телдә һөйләшергә, аралашырға өндәү.

Бурыстар. Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығын нығытыу;  дуҫлыҡ, татыулыҡ хистәрен тәрбиәләү; башҡорт шағирҙарының туған тел тураһында шиғырҙарын яттан белеү; фольклор ижадын өйрәнеү, һөйләм телмәрен үҫтереү һ.б.

Ҡатнашалар:

Йондоҙҙар – төрлө милләт уҡыусылары

Йондоҙ һанаусы

Бәләкәй йондоҙ һанаусы

Ҡурайсылар, ҡунаҡтар, ата-әсәләр.

Йыһазлау: ҡағыҙҙан эшләнгән йондоҙҙар, милли кейемдәр, мәҡәлдәр, шиғырҙар, һүрәттәр.

 

Агитбригада  сығышы

Ҡурай моңона флешмоб «Йондоҙҙар бейеүе» башҡарыла. (Йондоҙ һанаусы һөйләгәндә балалар ҡулдарына йондоҙҙар тотоп бейейҙәр).

Йондоҙ һанаусы. «Минең өсөн төрлө халыҡтарҙың телдәре – күктәге йондоҙҙар кеүек. Мин, уларҙың бер тотош ҙур йондоҙ хасил итеп, ярты күкте ҡаплауын теләмәйем. Бының өсөн ҡояш бар. Һәр йондоҙ үҙ урынында яҡты булып янһын. Һәр халыҡтың үҙ теле булһын. Һәм һәр кешенең үҙ йондоҙо булһын», – тип яҙған авар шағиры Рәсүл Ғамзатов.

Бәләкәй йондоҙ һанаусы. Был романтик сағыштырыуҙан һуң телдәрҙе лә, йондоҙҙарҙы ла өйрәнгебеҙ килә.

Йондоҙ һанаусы. Ерҙә ике Белем һәм тәрбиә усағы урыны бар. Береһе уның – ғаилә, икенсеһе мәктәп тип атала. Ғаиләлә һәм мәктәптә телде һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнеп була. Ғәзиз еребеҙҙә лә телдәр күп булһын, балалар туған телдәрендә аралашһын, башҡа телдәрҙе лә өйрәнһен!

Бәләкәй йондоҙ һанаусы. Йондоҙҙар, минең һорауҙарыма яуап бирһәгеҙ, мин һеҙҙе Ергә төшөрәм.

  • Ерҙә һеҙгә ни кәрәк?
  • Атай һәм әсәй кәрәк.
  • Ерҙә һеҙгә ни кәрәк?
  • Беҙ йәшәгән өй кәрәк.
  • Ерҙә һеҙгә ни кәрәк?
  • Тыуған-үҫкән ил кәрәк!
  • Ерҙә һеҙгә ни кәрәк?
  • Беҙ һөйләшкән тел кәрәк!

(Ҡыҙҙарға өндәшә)

  • Ҡыҙҙар, әҙерләнегеҙ!

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар.

Беҙ-беҙ-беҙ инек

Беҙ ун ике ҡыҙ инек.

Бер таҡтаға йыйылдыҡ

Таң атҡансы юҡ булдыҡ. (Йондоҙҙарын түштәренә эләләр).

 

Бәләкәй йондоҙ һанаусы. (Малайҙарға өндәшә)

  • Егеттәр, һеҙгә йомаҡ ҡойҙом. Яуабын табығыҙ!
  1. Күк уртаһында нимә бар? (Яуаптар: Ҡояш – дөрөҫ түгел. Ү хәрефе – дөрөҫ)
  2. Ер нимәнән башлана? (Е хәрефенән – дөрөҫ яуап).

Йондоҙ һанаусы. Йондоҙҙар! (Йондоҙҙарын түштәренә эләләр). Һеҙ – Иҫке Туймазы мәктәбе уҡыусылары. Бөгөн һеҙ, байрамса кейенеп, милли кейемдәрҙә килгәнһегеҙ.

Бәләкәй йондоҙ һанаусы. Был мәктәптә 11 милләт балаһы уҡый. Бөгөн 21 февралдә “Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә” улар һеҙҙе туған телдәрендә сәләмләйҙәр.

– Һаумыһығыҙ! Мин Ғәниев Арсен – башҡорт малайы. Салауат кеүек батыр булғым килә.

– Мин башҡорт ҡыҙы – Әхмәтова Альбина.  Мин, Рәшиҙә Туйсина кеүек, бейеүсе булам.

– Здравствуйте – һаумыһығыҙ. Мин Вероника Давыдова – рус кыҙы. Рус телен дә, башҡорт телен дә яратам. Башҡорт теленең килештәрен шәп беләм.

– Исәнмесез! Мин Нуриева Рәлинә – татар ҡыҙы. Мин башҡорт теленән Гагарин кубогына әҙерләнәм.

– Авани! Мин – сыуаш егете Петров Глеб. Мин бөтә фәндәрҙе яратып өйрәнәм.

– Сау улыда [Сау улда]. Мин –Атнашева Настя! Мин йырларға, бейергә яратам. Йырсы булғым килә.

–Salоm! Мин – Ахмаджонова Фатима, таджик ҡыҙы. Әсәйем миңә милли күлдәк текте.

– Salam! Мин Яғубова Эля – әзербайджан ҡыҙы, минең мәктәптә дуҫтарым күп.

– Саламатсызбы! Мин –ҡырғыҙ малайы  Абдурашитов Алоуддин. Мин төрлө телдәрҙә «Урал батыр» эпосын ятлайым.

– Әссәләмәғәләйкүм. Мин үзбәк балаһымын - Ибодуллаев Фазлетдинмын. Беҙҙең телдәребеҙ башҡорт теленә оҡшаған.

– Привіт! Здоровенкi, були! Мин Анастасия - украин ҡыҙы. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесын яратып уҡыйым.

  • Guten Tag! Мин немец кыҙы Иммель Алһыу. Өләсәйем мәктәптә немец телен өйрәнгәнгә шатлана, башҡорт телен дә беләм!

Бөйөк немец яҙыусыһы Иоганн Вольфганг Гёте әйткән: “Кем сит телдәр белмәй, шул үҙ теле тураһында бер ни ҙә белмәй” – “Wer fremde Sprachen nicht kennt, weiß nichts von seiner eigenen”.

Бәләкәй йондоҙ һанаусы. О, бөйөк Гёте! 1813 йылда Иоганн Волфганг Гёте һуғыштан ҡайтып килгән башҡорттар менән осрашҡан. Башҡорт тарханы Усман Ғүмәров, документтар буйынса 11 атлы дивизияның командиры, Гетеға уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай бүләк иткән. Немец классиғы башҡорттар менән ғорурланған. Башҡорт ҡурайы Веймар ҡалаһында ла яңғыраған. (Айсар ҡурай уйнай).

Йондоҙ һанаусы. Беҙҙең башҡорт яҙыусылары, шағирҙары ла телде, батырҙарҙы, ҡурайҙы, илебеҙҙе данлай. (Уҡыусылар ҡурай моңона яттан шиғыр һөйләйҙәр).

Баязит Бикбай

Рус теле

 

Толя, Анатолий...

Балалыҡ дуҫым ҡайҙа?

Ул өйрәткән ине дүрт һүҙ:

Ер! Ут! Һыу! Һауа!

Толя – тимерсе ҡарт улы,

Ә мин – игенсе,

Уға тик һигеҙ йәш булыр,

Миңә етенсе...

Ер! Ут! Һыу! Һауа!

Толя, Анатолий...

Балалыҡ дуҫым ҡайҙа?

Ниндәй ҙә гүзәл беҙҙең ер,

Һәм зәңгәр һауа!

 

Зәйнәб Биишева

Башҡорт теле

 

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,

Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,

Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,

Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле — минең телем!

 

Рәми Ғарипов

Туған тел

 

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай ынйы йыямын.

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер кемдән дә телем кәм түгел.

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер тик уны кәм күңел.

 

Халҡым теле миңә хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ.

Илен һөймәҫ кенә, телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ.

 

Әсәм теле миңә – сәсән теле,

Унан башҡа минең халҡым юҡ.

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

 

Бәләкәй йондоҙ һанаусы“Дуҫлыҡ ҡапҡаһы” уйынын ойоштора.

Балалар парлашып баҫалар. Пар-пар түңәрәктә торалар, ҡулдарын өҫкә күтәреп, ҡапҡа яһайҙар. Йондоҙ һанаусы бер “ҡапҡа”ға инә. (Уҡыусылар яттан шиғыр һөйләй, мәҡәл әйтә). Уйын дауам итә.

  1. Һүҙ башы – мәҡәл.
  2. Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
  3. Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар.
  4. Әсәм теле – сәсән теле.
  5. Теле юҡтың – иле юҡ.
  6. Телдәр белгән – илдәр гиҙгән.

 

  1. Күҙҙәремде асты минең,

Иркәләне үҙ телем.

Үҙ телем яҡтыртты юлды,

Үҙ телем бирҙе белем.

 

  1. Әсәй кеүек ғәзиз күреп,

Туған тел тип йән атып.

Йәшәйексе был донъяла

Башҡорт телен яратып.

 

Рефлексия.

Йондоҙ һанаусы.

 

Йәшәһен, тыуған илебеҙ!

Йәшәһен, туған телебеҙ!

Сәскә ат, Башҡортостан!

Һөйөклөбөҙ, Гөлбостан!

 

Бәләкәй йондоҙ һанаусы.

Бер туғандай йәшәй күп милләт,

Тик дуҫлыҡта икән бар ғиллә.

Дуҫлыҡ – беҙҙең йәшәү терәге,

Дуҫлыҡ – берҙәмлектең бүләге.

Яңы быуын үҫә алмашҡа,

Алға атлай тыныс тормошта.

Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек!

Бер ғаиләләй ерҙә йәшәйек!

 

Бергә.

Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле – тормошобоҙҙоң йәме!

Йондоҙҙарҙан изге теләк:

Дуҫлыҡ, татыулыҡ – ҙур терәк.

Йәшә, йәшә, Илебеҙ!

Ә һеҙ ҡунаҡҡа килегеҙ!

 

 

Ғиниәтуллина Лира Хәләф ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм сит телдәр уҡытыусыһы,

Туймазы районы Иҫке Туймазы белем биреү үҙәге

 

 

Агитбригада «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо»
Агитбригада «Дуҫлыҡ йондоҙлоғо»
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: