+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
24 Февраль 2022, 11:56

Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан гимназияла төрлө саралар үткәрелде. Рәсем дәресендә уҡыусылар атайҙарҙың портреттарын төшөрҙө. Үҙ ҡулдары менән бүләккә открыткалар яһаны. Ҡыҙҙар малайҙарға шиғри бүләктәр әҙерләне, патриотик йырҙар өйрәндек.

Тарихты өйрәнеү музейына “Батырлыҡ” дәресенә барҙыҡ. Афган һуғышы  ветераны Асулов Рәмил Гәбит улы менән осраштыҡ. Ул әрме хеҙмәте, Афган илендә кешеләрҙең тормошо, осраған ауырлыҡтар тураһында һөйләне, малайҙарға матур теләктәр әйтте. Уҡыусыларҙың бик күп һорауҙарына яуап бирҙе.

Малайҙар араһында “Йәгеҙ әле, егеттәр!” ярышы бик күңелле үтте. Улар үҙҙәренең спортты яратыуҙарын, физик яҡтан көслө булыуҙарын күрһәтте. Ике командаға бүленеп, төрлө һынауҙарҙы бик етеҙ үттеләр.

Сатлыҡова Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Талбазы башҡорт гимназияһы тормошонан
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: