+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
4 Март 2022, 16:33

«Йырым кешеләргә әйләнеп ҡайтыр...” исемле шиғри марафон

Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллыҡ юбилейына арналған “Мин йыр булып ҡайтырмын!”  исемле әҙәби – музыкаль  кисә уҙғарылды. Әҙәби кисәгә Шығай мәктәбенең 4- се класс уҡыусылары менән класс етәксеһе Фәсхетдинова Земфира Фирғәт ҡыҙы  саҡырылды.

«Йырым кешеләргә әйләнеп ҡайтыр...” исемле шиғри марафон
«Йырым кешеләргә әйләнеп ҡайтыр...” исемле шиғри марафон

Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһында Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы инициативаһы менән ойошторолған Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата «Йырым кешеләргә әйләнеп ҡайтыр...” исемле шиғри марафонда ҡатнашты.

Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллыҡ юбилейына арналған “Мин йыр булып ҡайтырмын!”  исемле әҙәби – музыкаль  кисә уҙғарылды. Әҙәби кисәгә Шығай мәктәбенең 4- се класс уҡыусылары менән класс етәксеһе Фәсхетдинова Земфира Фирғәт ҡыҙы  саҡырылды.

Шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад иткән шиғырҙарын уҡыусылар Юнысова Асия,Ҡорманаева Зәлиә, Йылҡыбаев Арыҫлан, Мостафин Мирас, Ҡолбирҙина Ғәлсәр  һөйләне.  Шулай уҡ Нурия Хәлилова яҙған “Оран һала башҡорт халҡы” исемле шиғырын Хибатуллина Алтынай һөйләп, кисәгә бер биҙәк оҫтәне. Китапханасы Ольга  Ғәлиуллина Рәми Ғариповтың тормош юлы, ижадына байҡау яһаны. Уҡытыусы Фәсхетдинова Земфира Фирғәт ҡыҙы  шағирҙың балалары, ейән- ейәнсәрҙәре тураһында һөйләүе уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныууятты. Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Бар ғүмер” исемле йырҙы һәүәҫкәр йырсы  Дилбәр Рәхмәтова бик оҫта башҡарҙы. Уҡыусылар шағир ижадына арналған күргәҙмә менән таныштылар, иҫтәлеккә фотаға тоштө.

Китапханасы Ольга  Ғәлиуллина.

«Йырым кешеләргә әйләнеп ҡайтыр...” исемле шиғри марафон
«Йырым кешеләргә әйләнеп ҡайтыр...” исемле шиғри марафон
«Йырым кешеләргә әйләнеп ҡайтыр...” исемле шиғри марафон
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: