+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
15 Март 2022, 09:30

Хәтер – мәңгелек.

Беҙҙең Беренсе Этҡол урта мәктәбе бай тарихлы мәктәптәрҙең береһе. Үҙенә генә хас булған традициялары менән гөрләп йәшәй. Ә һәр мәктәп педагогик коллективы, уҡытыусылары менән көслө. Ошо йүнәлештә төрлө йылдарҙа эшләгән, хеҙмәт биографияларында яҡты эҙ ҡалдырған уҡытыусыларға арнап «Хәтер- мәңгелек» кеүек класс сәғәттәре, спорт ярыштары үткәреү беҙҙең коллективтың тәрбиәүи сараларының береһе.

Хәтер – мәңгелек.
Хәтер – мәңгелек.
Хәтер –мәңгелек.
Беҙҙең Беренсе Этҡол урта мәктәбе бай тарихлы мәктәптәрҙең береһе. Үҙенә генә хас булған традициялары менән гөрләп йәшәй. Ә һәр мәктәп педагогик коллективы, уҡытыусылары менән көслө. Ошо йүнәлештә төрлө йылдарҙа эшләгән, хеҙмәт биографияларында яҡты эҙ ҡалдырғануҡытыусыларға арнап «Хәтер- мәңгелек» кеүек класс сәғәттәре, спорт ярыштары үткәреү беҙҙең коллективтың тәрбиәүи сараларының береһе. Ошо көндәрҙә Юлгилдин Ғибәҙулла Фазулла улына 80 йәш тулыр ине...Ул 1942 йылдың 5 мартында ғаиләлә 4 се бала булып донъяға килә. Уның яҡты донъяға ауаз һалғанын һуғышҡа алынған атаһы белмәй ҙә,был хәбәрһеҙ юғалған була. 4 бала менән тол ҡалған әсәһе Ғәйшә Әхмәтшәрәф ҡыҙы,тылдағы башҡа ҡатын - ҡыҙҙар кеүек үк Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға бар көсөн һала,шул уҡ ваҡытта ул - ҡыҙҙарым ас - яланғас булмаһын тип тырыша. Бала сағы һуғыш йылдарына, унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән Ғибаҙулла Фазулла улы көслө рухлы,түҙемле,сыҙамлы, эшкә әрһеҙ булып Ауылда мәктәптә белем алғас,Йылайыр совхоз - техникумында, Кумертау педагогия техникумында белем ала һәм Беренсе Этҡол урта мәктәбенә физик уҡытыусыһы булып эшкә килә. Өфөгә белемен камиллаштырыу курсына барғанда Әбйәлил районы ҡыҙы, Лариса Ғибат ҡыҙы менән танышып, 1976 йылда өйләнешәләр һәм 4 балаға яҡшы,матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Ғибаҙулла Фазулла мәғариф ветераны,Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған педагог. Юлгилдин Ғибәҙулла Фазулла улы хәрби әҙерлек дәрестәрен оҙаҡ йылдар уҡытып,капитан дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән,юғары белемем булһа майор дәрәжәһен дә бирерҙәр ине тип үкенә торғайны.Ул ваҡыттағы барлыҡ уҡытыусылар кеүек үк ябай уҡытыусы ғына түгел, агитатор, депутат, политинформатор, мәктәп коллективы менән үҙешмәкәр
түңәрәктәрендә ҡатнашһалар оҫта бейеүсе,төп рольдәрҙе башҡарыусы әртист, йәй һайын "Аҡсарлаҡ" ял һәм хеҙмәт лагеры начальнигы, партком йәмәғәт эшмәкәре булған. «Беҙ,балалары,уның бер минут тик ултырғанын күрмәй инек,ул йә Ҡыҙыл мөйөш өсөн " Молния " сығара,йә яҙ етһә, ағас ултыртыуға уҡыусыларҙы ойоштороп алып бара, көҙ колхоз баҫыуында сөгөлдөр, картуф йыйғанда ҡуша эшләй, ҡышын мәктәптең ҡыйыҡ башын көрәйҙәр, йәй мәктәпкә утын башҡаһы...», тип хәтерләй балалары. Ошондай иҫтәлектәр менән ҡыҙҙары Зинүә менән Рәсилә аталарының 80 йәшенә арнап, мәктәптә спорт ярышы үткәрергә тәҡдим иттеләр. Әлбиттә, аталарының яратып уйнаған спорт ярыштарының береһе, шахмат ярышы
ойошторолдо. Шуға күрә уның ҡыҙҙары бағымсылар булып ярҙам иттеләр. Ошо йүнәлеште белгән Азаматов Мансур Хәбир улы жюри итеп саҡырылды. Сара башында тарих уҡытыусыһы Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы Ғибәҙулла Фазулла улының тормош һәм хеҙмәт юлы менән таныштырып үтте, артабан тәрбиә эштәре урынбаҫары Әлфирә Әхмәт ҡыҙы бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар
теләп бәйгене асып ебәрҙе. Отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйында 12 уҡыусы көс һынашты. Көслөләр араһында иң-иңде билдәләү еңел эш булманы, һәр мәрәй өсөн алышта бер кем дә һыр бирергә теләмәне. Ләкин тырышлыҡ, еңеүгә ынтылыш һалған уҡыусылар, иң күп мәрәйҙәр йыйып түбәндәгеурындарға лайыҡ булдылар. Ҡыҙҙар араһынан беренсе урынға – Азаматова Алтынай сыҡты, икенсе урынға – Мәхмүтова Ләйсән лайыҡ булһа, өсөнсө урынды – Иҫәнғолова Миләүшә яуланы. Егеттәрҙән беренсе урын Хәлиуллин Динарға, икенсе урын Йәғәфәров Рамаҙанға,өсөнсө урын– Йортбәков Инйәргә бирелде.Мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы Юлгилдин Ғибәҙулла Фазулла улының ҡыҙҙары Зинүә һәм Рәсиләнең бүләктәренең, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар тапшырҙы. Һәр ҡатнашҡан уҡыусы ла бүләктәр алып ҡыуанды.Киләсәктә лә ошондай ярыштарҙа ҡатнашырға теләк белдереп, уҡыусылар дәрт менән таралышты. Беҙ үҙ сиратыбыҙ ҙа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Әлфирә
Әхмәт ҡыҙы.
Хәтер – мәңгелек.
Хәтер – мәңгелек.
Хәтер – мәңгелек.
Хәтер – мәңгелек.
Хәтер – мәңгелек.
Автор:Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Әлфирә Әхмәт ҡыҙы.
Читайте нас: