Эш кешене үлтермәй тип,
Үҫтерә мине атай.
Тырышмаһаң, тик ятһаң,
Емерелә бар донъяң.
Һәр бер тапҡан тинеңә
Шөкөр итергә кәрәк,
Ҡомһоҙлоҡтан, нәфсенән
Иманға ҡайтыр кәрәк.
* * * * * *
Хеҙмәт дәресендә беҙ
Эш серенә өйрәнәбеҙ.
Оло тормош юлына
Әҙерлек алып барабыҙ.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенән 3-сө синыф уҡыусыһы Гөлиә Назарғолова.