+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
29 Март 2022, 09:58

Урмандарҙы һаҡлайыҡ!

2013 йылдан башлап Халыҡ-ара урмандар көнө донъяның барлыҡ илдәрендә билдәләнә. Халыҡ-ара урмандар көнөн иғлан итеү айҡанлы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы барлыҡ дәүләттәргә был көнгә ҡарата урмандарҙы һаҡлау буйынса тейешле саралар үткәрергә тәҡдим итә. Улар иҫәбендә – ағас ултыртыу буйынса кампаниялар ойоштороу. Әлбиттә был датаны Беренсе Этҡол урта мәктәбенең «Йәш урмансылар» мәктәп урман хужалығы тәрбиәләнеүселәре шул килеш кенә үткәреп ебәрә алманы. 21 март көнө Ә. Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбенең «Ҡайынҡай» мәктәп лесничествоһының тәрбиәләнеүселәрен һәм абруйлы ҡунаҡтар: Юлыҡ урман хужалығы мастерҙары Байсуваков Дамир Ғәбделрәсүл улы, Йосопов Юнир Фәрғәт улы һәм Икенсе Этҡол урман хужалығының мастеры Яйыҡбаев Кәрим Әкрәм улын саҡырҙыҡ.

Урмандарҙы һаҡлайыҡ!
Урмандарҙы һаҡлайыҡ!
Кисәгә килгән ҡунаҡтарҙы Азаматова Алтынай, Вәлитова Гөлкәй,
Моталлапова Әминә мәктәбебеҙ тирәләй үҫкән ағастарҙың тарихы менән
таныштырҙылар һәм күренекле шәхестәрҙең ултыртҡан үҫентеләренең
артабан да шаулап-гөрләп үҫеүен теләнеләр.Шулай мәктәптең крайҙы
өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо. Ҡунактарыбыҙ ихлас итеп
экспонаттар менән танышып, экскурсоводтар Миңғәлиева Азалияға,
Азаматова Әдиләгә, Моталлапова Зөлхизәгә һәм уларҙың етәкселәре
Ғүмәрова Вәлиә Зөбәйер ҡыҙына оло рәхмәт еткерҙеләр.
Үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эшен яратып, намыҫ менән башҡарған
урмансылар һоҡланыу тыуҙыра, сөнки Баймаҡ урман хужалығына ҡараған
лесничестволарҙа тәбиғәт һағында тороусылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай,
алдарына ҡуйылған бурысты урынына еткереп үтәйҙәр.Уҡыусылар
ҡунаҡтарҙың сығышынын һуң үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына
яуаптар алды.
Кисә КВН формаһында «Урман һуҡмаҡтары буйлап...» уйыны менән
дауам итте. «Ҡайынҡай» һәм «Йәш урмансылар» командалары уйын
барышында белемдәребеҙҙе камиллаштырҙыҡ. Һәр команданың сығышын
көйәрмәндәр күҙәтеп кенә түгел, үҙҙәре лә йомаҡтарға яуап эҙләнеләр.
Артабан «Урмандарҙы һаҡлайыҡ!» исемле һүрәттәр һәм шиғырҙар
бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.Еңеүселәрҙе мәктәп директоры Моталлапова
Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр менән билдәләне.
Әлбиттә, кисәлә үҙ эштәренең оҫталары Байегетов Наип Әхметдин
улының һәм Роза Сәлихйән ҡыҙының ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне.
Сөнки улар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, уҡыусыларға теләктәрен
еткерҙе.
Ошондай матур осрашыу күңелле сәй табыны менән тамамланды. Беҙ-
урман хужалығы тәрбиәләнеүселәре дуҫлыҡ күперен артабан нығытырға һәм
осрашырға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ. Ошондай йөкмәткеле һәм
мауыҡтырғыс кисә өсөн етәксебеҙ Әлфирә Әхмәт ҡыҙына оло рәхмәт
һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол мәктәбенең 7-се класс
уҡыусыһы Вәлитова Гөлкәй
Урмандарҙы һаҡлайыҡ!
Урмандарҙы һаҡлайыҡ!
Урмандарҙы һаҡлайыҡ!
Урмандарҙы һаҡлайыҡ!
Урмандарҙы һаҡлайыҡ!
Автор:Гөлкәй Вәлитова
Читайте нас: