-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
26 Апрель 2022, 10:22

Башҡортостанда - оҙайлы ялдар!

Башҡортостан халҡын быйыл Яҙ һәм Хеҙмәт, Ураҙа байрамдары һәм Бөйөк Еңеү көнө уңайынан оҙайлы ялдар көтә.

Башҡортостанда - оҙайлы ялдар!
Башҡортостанда - оҙайлы ялдар!

Оҙайлы ялдарҙың беренсе өлөшө 30 апрелдә башлана һәм 4 майға тиклем дауам итә. Ял көндәренең дөйөм дауамлығы биш көн тәшкил итәсәк.

Каникулдарҙың икенсе өлөшө 7 майҙан 10-на тиклем буласаҡ - дүрт көн.

Ғинуарҙағы байрам көндәрен күсереүгә бәйле май байрамдары оҙайтылды. 1 һәм 2 ғинуар 2022 йылда шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килгәнлектән, ял 3 һәм 10 майға күсерелде.

Ураҙа хөрмәтенә ял көнө дүшәмбе 2 майҙан шаршамбы 4 майға күсерелгән. Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр май башында туғыҙ көн ял итә.

Башҡортостанда - оҙайлы ялдар!
Башҡортостанда - оҙайлы ялдар!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: