+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
16 Май 2022, 17:13

Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!

Әбйәлил районы Ташбулат ауылы мәктәбендә 5-се синыф уҡыусылары 12 май - Экологик белем көнө уңайынан "Еребеҙҙе һаҡлағыҙ!" тигән дәрес үткәрҙе.

Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!

Әбйәлил районы Ташбулат ауылы мәктәбендә 5-се синыф уҡыусылары 12 май - Экологик белем көнө уңайынан "Еребеҙҙе һаҡлағыҙ!" тигән дәрес үткәрҙе.
"Ер - беҙҙең өйөбөҙ" исемле видеоны ҡарағандан һуң, дәрестә экологик мәсәләләрҙе сисергә тырыштыҡ, еребеҙ ярҙамға мохтаж темаһына шиғырҙар тыңланыҡ. Бай йөкмәткеле, экологик тәрбиә биргән, уйландырған Эндрю Стэнтондың "Валл-и" фантастик йәнһүрәтен барыһы ла яратып ҡарағанға, бер һөҙөмтәгә килдек. "Беҙ үҙ йәшәгән еребеҙҙе таҙа тоторға, бысратмаҫҡа тейешбеҙ!" тип өндәп ижад итеп алдыҡ. Сағыу плакат һәм суп-сар яраҡтарынан робот төҙөнөҡ. Таҙалыҡ һәр кемдең йортонда башлана, шуға ла һәр бала күңеленә алып барып еткерһәк, еребеҙ ышаныслы быуынға ҡалыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!

Нәркәс Нурғәлина

Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Еребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: