-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
18 Май 2022, 19:25

Хуш, мәктәбем!..

"Аманат" журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты, Ауырғазы районының Төрөмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Минира Венер ҡыҙы Үтәгәнованың "Һуңғы ҡыңғырау" шиғырын тәҡдим итәбеҙ. 

Хуш, мәктәбем!..
Хуш, мәктәбем!..

с

Хуш, мәктәбем...
Хуш, мәктәбем, һау бул, бала сағым!
Ҡыңғырауҙар һибә һағышын.
Мәңге хәтеремдә уй(ы)лып ҡалыр
Уҡытыусым, йырлы тауышың.
Дан-дәрәжә көтмәй, сабыр ғына
Атҡараһың бөйөк эшеңде:
Күңел ҡояшынан нурҙар һибеп
Үҫтерәһең илгә Кешене!
Аҡыл, ғилем биреп етәкләйһең
Уҡыусыңды тормош юлынан,
Мәктәп йылдарында күпме бала
Ялҡын алған йөрәк йылыңдан!
Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡабул итсе!
Ихтирамға лайыҡ ғүмерең!
Хоҙай тарафынан яҙған һиңә
Уҡытыусы, тигән һөнәрең!

Һуңғы ҡыңғырау

Ҡыңғырау моңо саҡыра,
Әйҙәй оло юлдарға,
Яҡты киләсәк теләйбеҙ
Үҫтергән ҡыҙ- улдарға.
Йәшлек дәрте йөҙөгөҙҙә
Балҡыһын, һүрелмәһен!
Насар кәйеф, төшөнкөлөк
Күңелгә үрелмәһен.
Изге маҡсат, уй-ниәттәр
Етәкләп барһын алға,
Тырышлыҡты юлдаш итһәң
Етеп була хыялға! (М.Бикәнәсова)
 
Хуш, мәктәбем!..
Хуш, мәктәбем!..
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: