+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
16 Июнь 2022, 16:57

“Алтын ҡуллы” кеше ул минең атайым

Тамерлан Зарипов атаһы тураһында яҙа.

“Алтын ҡуллы” кеше ул минең атайым
“Алтын ҡуллы” кеше ул минең атайым
Минең атайым!
 
Күктәге ҡояш һымаҡ,
Атайым да берәү генә!
Һаҡлаусым да, яҡлаусым да,
Һин, атайым, бергенәм!
 
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тиҙәр. Ошо һүҙҙәр
минең атайыма тап килә.Сөнки минең атайым ниндәй генә эшкә
тотонмаһын, бар эште лә еренә еткереп, яҡшы итеп башҡара.
Ошондай “Алтын ҡуллы” кеше ул минең атайым. Уның исеме
Фәнүр. Исеме лә есеменә туры килеп тора.
Атайым армия сафтарынан ҡайтҡас, нефтсе һөнәрен
үҙләштерә. Бына инде егерме йылдан ашыу ул нефтсе булып
эшләй. Уның эше бик яуаплы, шуның өсөн ул эшен яратып, бар
көсөн биреп, намыҫ менән башҡара. “Минең атайым”, - тип
ғорурланып әйтәм. Сөнки ул баһадир кәүҙәле, көләс йөҙлө, батыр
йөрәкле кеше. Ә иң мөһиме - тыныс холоҡло кеше. Атайым бар
ергә лә өлгөрә. Ул бөтә көсөн һалып мунса, гараж һалды, ҙур йорт
төҙөй. Һә, тигәнсе әсәйемә ағастан гөл һауыттары, эскәмйә кеүек
әйберҙәрҙе эшләп тә бирә. Берәй әйбер ватылһа, йә боҙолһа, тиҙ
генә эшләп тә ҡуя! Ул бөтәбеҙгә лә ярҙам итә. Әсәйем эштән
ҡайтҡансы һауыт-һабаны ла йыуып ҡуя, ашарға бешереп тора.
Әсәй кеүек атай ҙа берәү генә! Атайым минең өсөн һәр ваҡыт
терәк-таянысым. Атайым, мин һине яратам, хөрмәт итәм! Һин
булғанға, атай, минең тормошом матур, бәхетле һәм имен! Һиңә
ҙур рәхмәт!
 
Зарипов Тамерлан, Туймазы районы, Серафимовка ауылы.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: