Өфө ҡалаһының 122-се башҡорт гимназияһында Белем көнө тантаналы үтте. Байрамда республиканың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов ҡатнашты. Оло ҡунаҡ уҡыусылар менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Балаларҙың иң яратҡан журналы “Аманат” журналы тураһында һөйләне. Уны алдырып уҡып ҡына ҡалмаҫҡа, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстарында ҡатнашырға ла саҡырҙы. “Аманат”ҡа яҙылыу ҙа телеңә, илеңә, халҡыңа тоғролоҡтоң, ватансылыҡтың бер өлгөһө, - тине оло яҙыусы.
Ғүмерен сатира жанрына биргән яҙыусы менән осрашыу бик күңелле, дуҫтарса аралашыу мөхитендә үтте. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға яуаптар алды.
Уҡыусылар хөрмәтле яҙыусыға бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт, ижади үрҙәр теләне. “Аманат” журналына күпләп яҙылырға һүҙ биреп, яҙыусыны үҙҙәренә тағы ла саҡырып ҡалды.