+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
21 Сентябрь 2022, 15:36

Иң файҙалы емештәр

Беҙҙең барыбыҙҙың да үҙебеҙ генә яратҡан емешебеҙ бар. Кемдер әфлисун, алма кимерә, кемдер киви ярата. Ә шуларҙың ҡайһыһы беҙҙең организмға иң файҙалыһы?

Иң файҙалы емештәр
Иң файҙалы емештәр

Беҙҙең барыбыҙҙың да үҙебеҙ генә яратҡан емешебеҙ бар. Кемдер әфлисун, алма кимерә, кемдер киви ярата. Ә шуларҙың ҡайһыһы беҙҙең организмға иң файҙалыһы? Әйҙәгеҙ, емештәр менән танышып алайыҡ.

Иң беренсе сиратта емештәрҙең файҙаһы шунда: улар – витаминдарға, күҙәнәктәргә, микро- һәм макроэлементтарға бай “тере” аҙыҡ. Шулай уҡ һәр бер емештә беҙҙең һаулығыбыҙ һағында тороусы фермент бар. Миҫалға организмды батарейка тип алһаҡ, ферменттар – беҙҙең һәр бер күҙәнәгебеҙҙе зарядлап ебәреүсе. Ә емештәрҙә булған витаминдар, күҙәнәктәр, пектиндар, органик кислота, микро, макроэлементтар тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ.

 

Алма

“Кем көнөнә бер алма ашай, шул ауырымай” тигән мәҡәлде белә инегеҙме? Алманы йыш ҡулланыу – ғүмерҙе оҙайта, организмды яңырта. Алмалағы күҙәнәкле туҡыма эсәктәрҙе яҡшыраҡ эшләтә. Был үҙ сиратында рак хәүефен кәметә. Йөрәк, үпкә, диабет, ололарҙа була торған Альцгеймер ауырыуҙарын иҫкәртә, ҡанда холестерин кимәлен кәметә.

 

Ә һеҙ беләһегеҙме, банан ул – бейеклеге 15 метрға еткән үлән. Бына шундай тәбиғәт мөғжизәһе! Банандар пальмала үҫмәй. Ә банандың емеше еләк тип атала икән. Был еләктәр йәшел, һары, ҡыҙғылт һары, алһыу, ҡыҙыл хатта күк төҫтәрҙә, ҡара һәм буй-буй һыҙыҡлыһы ла була.

Әгәр ҙә тиҙ генә энергияны тулыландырғығыҙ, кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә – банан ашағыҙ. Күңел көрлөгө биреүсе был еләктең 100 грамында 70-100 килокалория тәшкил итә. Бик ҡыҙыҡ факт: бешеп етмәгән йәшелендә калория күберәк була икән. Хатта спортсылар, мускулдарын арттырыр өсөн банан кимерә. Бананда организм уны серотонинға (шатлыҡ, бәхет гормондары) әйләндереүсе триптофан аҡһымы бар. Әгәр ҙә бананды йыш ашаһағыҙ, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫһегеҙ.

Банандың файҙаһы шунда, ул гастриттан, ашҡаҙандың сей яраһынан ярҙам итә. Үҙәк көйөүҙе бөтөрә. Бананды йыш ашағандарҙың ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуын иҫкәртә.

Апельсин ҡанды таҙарта, организмды йәшәртә, энергия менән тулыландыра. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы булған фолий кислотаһы бар. Ауырыу тыуҙырыусы вирустарҙан һаҡлап, иммунитетты күтәрә. Матдәләр алмашыныуын әүҙемләштереп, метаболизмды тиҙләтә.

Виноградтың 10 меңдән ашыу төрө бар. Организмды йәшәртеп кенә ҡалмай, уны йыш ҡулланғанда йөрәк, ҡан баҫымының юғарылығы һәм йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолорға ярҙам итә. Ҡанды таҙарта, бронхитты еңергә булышлыҡ итә, онкология ауырыуҙарын иҫкәртә. Виноград һуты иммунитетты күтәрә. Виноградтың тиресәһе кеше организмы өсөн иң файҙалыһы икән.

Грушаны ҡытайҙар үлемһеҙлек символы тиҙәр. Йөрәк, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеген яйға һала. Ҡандағы шәкәрҙе кәрәкле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Грушаның күп кенә сорттары йодҡа бай. Иғтибар! Грушаны ас ҡарынға ашарға ярамай. Иң яҡшыһы – аш табынынан һуң бер сәғәт үткәс ашарға.

4000 йыл элек Абрикосты Ҡытай тау битләүҙәрендә тапҡандар. Бик файҙалы был емештә 40 процент шәкәр һәм күп күләмдә витаминдар, минералдар бар. Составында бета-каротин булған абрикос күҙ, тире, йөрәк, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта. Абрикосты йыш ашау аҙ ҡанлылыҡтан, онкология сирҙәренән аралай. Абрикосты күрәгәгә алыштырғанда ла үрҙә аталған бөтөн үҙенсәлеген дә һаҡлай.

Әсе емеш – лимон бөтөнөбөҙгә лә яҡшы таныш. Билдәле диңгеҙ сәйәхәтсеһе Джеймс Кук моряктарҙы цинга ауырыуынан лимондар менән дауалаған өсөн Короллек ойошмаһының алтын миҙалына лайыҡ була. Шуның арҡаһында 17 быуатта британия моряктарын йыш ҡына “лимонсылар” тип атайҙар.

Лимон иммунитетты нығытыусы, һыуыҡ тейгәндә ярҙамға килеүсе беренсе һанлы емеш. Аппетитты төшөрөп, организмдағы майҙы “яндыра”. Лимонда витаминдар күп миҡдарҙа, иң беренсе сиратта аскорбин кислотаһы, С витамины (100 грамға 150 мг) күп булыуы менән маҡтаулы был емеш. Лимонды йыш ашау – организмды ҡартайыуға юл ҡуймай. Тик ашҡаҙан сей яраһы, ашҡаҙан һутының әселеге юғары булғандарға лимон ашарға ярамай тип кәңәш итә табиптар.

Хөрмә татлы, ҡыҙғылт һары, ғәҙәти булмаған тәмдәге емеш. Боронғо грек телендә хөрмә – “Аллалар емеше” тип атала. Хөрмәнең тыуған иле – Ҡытай. Хөрмә асығыуҙы баҫа, шуға ла кәүҙәһен һомғол итеп күрергә теләүселәргә хөрмә ашағыҙ, тип кәңәш итәбеҙ. Шулай уҡ аш һеңдереү юлдарын, һейлек бүлеү системаһын яйға һала. Хөрмәнең химик составы ифрат та бай. Витаминдарҙың күплеге менән алманан уҙып китә. Организмды шлак һәм токсиндарҙан таҙарта. Составында бета-каротин юғары булғанлыҡтан күреү һәләтенә, тирегә бик файҙалы.

Персик ныҡ файҙалы булған тәмле, һутлы, хуш еҫле емеш. Персик ағасын йыш ғына “йәшәү ағасы” тип тә атайҙар. Персик тирене матурлай, шуға ла уны косметологияла ла ҡулланалар. Калорияһы аҙ булғанлыҡтан, уны ябығырға теләүселәрҙең рационына индерергә кәңәш итәләр. Аш һеңдереү системаһына, мускул, һөйәк, йөрәк, хатта сәскә лә файҙалы. Венгрияла персикты “тынысландырыусы емеш” тип тә атайҙар, сөнки ул насар кәйеф, юҡҡа-барға борсолоуҙан һаҡлай икән.

Кивиның тыуған иле – Ҡытай. Тышы йөнтәҫ булғанлыҡтан бында уны “маймыл персигы” тип атайҙар. Киви исеме 1950 йылда ғына бирелгән. Яңы Зеландия кешеләре Ҡытайҙан Америкаға был емеште экспортлай башлай. Киви тип аталған Яңы Зеландия символы булған ҡошҡа оҡшашлығы булғанлыҡтан, шулай аталғандарҙыр тип фаразлайҙар.

Киви – ысын мәғәнәһендә витаминлы хазина. Әфлисун менән лимонға ҡарағанда ла аскорбин кислотаһы (С витамины) киви емешендә күберәк. Ябығырға теләүселәргә, организмды төрлө шлак, токсиндарҙан таҙартырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, иммунитетты ла күтәрә. Организмдағы майҙы “яндыра”, ҡанды шыйыҡлай, холестерин төйөрсөктәренән, ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙән, эс ҡатыуҙан, үҙәк көйөүҙән арындыра. Кивиның тышын беҙ әрсеп ташлайбыҙ, баҡтиһәң, ул да ашауға яраҡлы икән.

Гранатты көнсығыш илдәрендә бөтөн емештәрҙең батшаһы тиҙәр. Гранат тип юҡҡа ғына атамағандар: ныҡ бешкән гранат шартлап ярылғас, эсендәге орлоҡтары шартлатҡыс граната кеүек төрлө яҡҡа сәселеп китә икән. Бына шунлыҡтан уға исемде лә есемендә тап килтереп тапҡандар. Организмға мөһим булған кәрәкле емеш: иммунитетты күтәрә, төрлө ауырыуҙарҙан дауалай, һаҡлай. Йыш ашағанда организмдағы радиацияны, токсиндарҙы сығара, рак күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлай. Һыуыҡ тейгәндә файҙалы: юғары температураны төшөрөргә ярҙам итә, йүткереүҙе еңеләйтә. Йөрәк ауырығанда, юғары ҡан баҫымында, шәкәр диабетында ла файҙалы. Аш һеңдереү юлдарына булышлыҡ итә. Составында тимер юғары булғанлыҡтан аҙ ҡанлылыҡты бөтөрә.

Балалар, емештәрҙе күберәк ашағыҙ, имен-һау үҫегеҙ, “Аманат”лы булығыҙ!

 

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.

 

 

Иң файҙалы емештәр
Иң файҙалы емештәр
Иң файҙалы емештәр
Иң файҙалы емештәр
Иң файҙалы емештәр
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: